Журналистар союзының иң юғары наградаһына лайыҡ булды

Мәскәүҙә 1996 йылда Рәсәй журналистар союзы тарафынан булдырылған «Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны» тигән төп журналист премияһы лауреаттарын бүләкләүҙең 30-сы юбилей тантанаһы үтте.

Журналистар союзының иң юғары наградаһына лайыҡ булдыЖурналистар союзының иң юғары наградаһына лайыҡ булды
Журналистар союзының иң юғары наградаһына лайыҡ булды

Быйыл «Рәсәй журналистикаһы легендаһы» номинацияһында күренекле башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы һәм юморисы, 1980-2010 йылдарҙа «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, рус телендә «Вилы» журналына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе баш мөхәррире (1992-2010), 1996-2006 йылдарҙа БР журналистар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) лайыҡ булды. Рәсәй журналистар  союзының юғары наградаһы – «Рәсәй журналистикаһы легендаһы» тигән маҡтаулы исем уға Ватан киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн бирелде. Әйткәндәй, тиҙҙән әҙип ҡалабыҙға килеп әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашасаҡ.

Журналистар союзының иң юғары наградаһына лайыҡ булды
Журналистар союзының иң юғары наградаһына лайыҡ булды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас