

Сараны башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Айнур Үтәев асты. Ул йәмғиәттәге кире күренештәр менән көрәштә сатира һәм юморҙың роле баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләп үтте. Марсель ағай һөйләшеүҙе бала саҡ хәтирәләренән башлап ебәрҙе. Ете айлыҡ ҡына сабыйҙың йылмайыуы ҡараҡты кире уйлатырлыҡ көскә эйә булыуын белдек, ғөмүмән, совет заманындағы ҡараҡтарҙың әлегеләренән «намыҫлыраҡ» булыуына хайран ҡалдыҡ. Марсель Шәйнур улы бер быуаттан ашыу тарихы булған баҫманың үткәненә байҡау яһаһа, Илгиз Ишбулатов иһә баҫманың бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы, матбуғатҡа, шул иҫәптән «Һәнәк» журналына яҙылырға саҡырҙы. Ике мөхәррирҙең ҙә сығыштары архив материалдары , фотолар, карикатуралар менән байытылды. Журналға яҙылыусыларҙы рәссам Артур Василов шунда уҡ һүрәткә төшөрөп бүләк итте. Сара һуңында «Һәнәҡ» ҡунаҡтары үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уларға урындағы шағирҙар ҙа ҡушылды. Студенттар араһында ла шиғыр яҙыусылар табылды, Марсель Сәлимовтың шиғырҙарын яттан бәйән итеүселәр ҙә булды. Факультеттың элекке деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева «Һәнәк»тәргә ҡыҙыҡлы һәм мәҙәкле осрашыу бүләк иткәндәре өсөн сарала ҡатнашыусылар исеменән рәхмәт әйтте, ә әлеге деканы Айнур Фәнис улы Үтәев иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бер юлы «Һәнәк» ҡунаҡтары Пионерҙар һарайында үткәрелгән «Туҡай яҙы» байрамында ла ихлас ҡатнаштылар. Шулай беҙ киләһе ярты йыллыҡта ла «Һәнәк»тән айырылмаҫҡа булдыҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Факультет һәм автор фотолары.