

Бөйөк һүҙ оҫтаһы, башҡорт һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған осрашыуҙа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Улар араһында шағирҙың ҡыҙы - Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Өфө” журналы һәм “Уфимские ведомости” гәзите мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова, “Инеш” нәшриәте директоры Гөлнара Белозерова, сценарист, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире, шағир һәм драматург Айҙар Хөсәйенов, Мостай Кәрим исемендәге фонд вәкиле Нәфисә Билалова, ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин, гимназия директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре, БРҙың мәғариф отличнигы Илдар Вәлитов, мәғлүмәт-методика үҙәге бүлеге мөдире Ольга Алиева бар ине.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йыл Рәсәйҙә – Халыҡтар берҙәмлеге йылы, ә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, тип иғлан ителде. Тап ошо ҡиммәттәр Мостай Кәрим ижадында асыҡ сағыла ла инде. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, ҡаланың почетлы гражданы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Риф Тажиев быйыл 35 йәш тулған гимназия өсөн мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ошо уҡыу йортонда ҡаршылау ҙур хөрмәт, тип билдәләне.
– Икенсе йыл инде ошо корпуста эшләйбеҙ, беҙҙә перспективалар ҙур. Беҙ полилингваль мәктәпкә әйләндек, – тине Риф Рәхим улы. Ул шулай уҡ Мостафа Сафа улы менән осрашыуҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Беҙ төрлө темаларға һөйләштек. Йәш айырмаһына ҡарамаҫтан (ул минән 30 йәшкә олораҡ), ул минең менән тиңдәш һымаҡ һөйләште, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул әҙиптең кешелек сифаттарының береһен. Уҡыусылар уның ижади биографияһы этаптары тураһында һөйләне.
Сараның мәртәбәле ҡунағы, яҙыусының ҡыҙы – Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова атаһы хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Уның һүҙҙәрендә атаһына ҡарата тәрән мөхәббәт, йәш һәм өлкән уҡыусыларға ҡарата ҙур ихтирам тойолдо. Һүҙ ыңғайына быйыл “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына 75 йыл тулыу уңайынан әлеге белеем биреү усағында айырыуса ныҡ әҙерләнгәндәр: балалар баһаламалар яҙған, тәьҫораттары менән уртаҡлашҡандар, әҫәрҙәге дуҫлыҡ, бала саҡ һәм тыныслыҡ тураһында был ғәжәйеп тарихҡа һөйөүен белдергән. Осрашыу барышында гимназияла иғлан ителгән конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәренә Мостай Кәрим фондының дипломдары һәм бүләктәре тапшырылды.
Иң ихлас һәм тәрән йөкмәткеле эштәр авторҙары Әлфиә Мостафа ҡыҙы ҡулынан лайыҡлы наградалар алды. Тере һүҙҙең шундай ҡөҙрәтле яуап тапҡанын күреү – ысын мәғәнәһендә бик тулҡынландырғыс булды. Сара һуңында “Стерлитамакский рабочий” гәзите журналисы, БР һәм РФ яҙыусылар союзы, БР һәм РФ журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, яҙыусы Фаяз Йомағужин әҙиптең ҡыҙына үҙенсәлекле бүләк тапшырҙы. Мин дә үҙемдең бынан бер нисә йылдар элек, әҙип иҫән сағында яҙылған “Мостай Кәримгә” тигән шиғырымды уҡып ишеттерҙем.
– Бөгөн беҙ Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектәге эш перспективаларын тикшерҙек, идеялар менән уртаҡлаштыҡ һәм яңы осрашыуҙар билдәләнек. Алда – яңы проекттар, яңы асыштар буйынса яңы һөйләшеүҙәр тора. Был көндө йылы тәьғораттар бүләк иткән һәр кемгә рәхмәт. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” бына 75 йыл инде дуҫтарын йыйыуын дауам итеүе өсөн рәхмәт! – тине ошо осрашыуҙың инициаторы Ольга Петровна Алиева.
Иң мөһиме: ғаилә, тыуған йортҡа һөйөү, тыуған төйәгебеҙ өсөн ғорурлыҡ, берҙәмлек һәм республикала йәшәүсе халыҡтарҙың үҙ-ара татыулығы күҙ алдына баҫты был фәһемле сарала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
А.АДАДУРОВА фотолары.
Мостай Кәримгә
Өйөбөҙҙөң йәме һин бит
Оҙон-оҙаҡ бала саҡтан.
Заманалар үҙгәрһә лә –
Елдәр иҫә тыуған яҡтан.
Яҙғы ерҙә яҙғы тауыш
Ҡара һыуҙар килтерәме?
Мөхәббәттең дүрт миҙгеле
Ярлыҡауҙан илерәмме?
Ай тотолған төндәгеләй
Таш өҫтөндә гөлдәр күрәм:
Торналарҙың ҡайтыуына
Мин өлгөрәм, мин өлгөрәм.
Йылғаларҙың һөйләшеүен
Ҡайтҡан һайын тыңлаған бар.
Өс тағанда ҡайындарҙың
Япрағын да аңлаған бар.
Айгөл иле – ай юлымы
Ғүмереңә миҙгел биргән?
Европа – Азияла
Китәһең юҡ ошо ерҙән!