

Пионерҙар һарайының зауыҡ менән биҙәлгән икенсе ҡатында Ғабдулла Туҡайҙың тормошон һәм ижади мираҫын сағылдырған бик бай күргәҙмә залы ойошторолғайны. Бында ҡалабыҙ шағирҙарының китаптары, шәжәрәләр төҙөүсе Заһир Ғаяновтың китаптар, статуэткалар, грампластинкалар коллекцияһы йыраҡтан уҡ үҙенә йәлеп итеп торҙо. Ә бына Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Ниғмәтулла Ваһаповтың килтергән боронғо һәм Туҡай иҫән саҡта баҫылған китаптары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күгәрсен районынан килгән был ағайҙың сығышы ла бик фәһемле булды. Ҡалабыҙҙың 5-се гимназияһы уҡытыусыһы Ренар Мөхтәр улы Хәбибуллиндың уҡыусыларының ижади эштәре лә иғтибарҙы тартты. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы китапханаһы фондындағы Ғәбдулла Туҡай китаптары айырыуса ҡәҙерле беҙгә.
Ҡалабыҙҙың 14-се балалар баҡсаһы яһаған фотозонала кәйефтәр күтәрелде.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Татар һәм чуваш филологиясе мөдире, доцент Илсур Сәлихйән улы Мансуров :
- Туҡай - үҙенең исеме һәм ижаты менән татар әҙәбиәте тарихында урынны иң түрҙән алған, әҙәбиәт күгендәге иң яҡты йондоҙ. Ул ҡалдырған әҙәби мираҫ, ундағы рухи байлыҡ – милләтебеҙ ғорурлығы. Татар халҡы булған ерҙә Туҡай бар, татар халҡы йәшәгәндә Туҡайыбыҙ да йәшәйәсәк, - тине мәртәбәле сараны асып һәм Пионерҙар һарайының директорына ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Тамаша залына инә торған ишектәр эргәһендәге стенаға һөйәлеп тиерлек торған Туҡай һүрәте янында килгән ҡунаҡтар бер-бер артлы ошо уңайҙан үҙҙәренең ижад емештәрен сараға йыйылған тамашасылар менән уртаҡлашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, шағир Илгиз Ишбулатов, «Кызыл таң» гәзите хәбәрсеһе, шағирә Ләйсән Якупова, шағирҙар Рәсим Шәфи-Рәхмәт, Вәрис Аҡбашев, Эльверт Хаматшин, шағирә Земфира Муллағәлиева бар ине. Уларҙың сығыштары йөрәктән йөрәккә етте.
Беҙ кескенә Ғабдулла Тукайҙың ауыр бала сағын, уның йәтимлектә үҫеүен, белем алыу юлын һәм ижат доньяһына аҙымдарын мәктәп йылдарынан уҡ беләбеҙ. Ә Стәрлетамаҡҡа килгән Ғабдулла Туҡай иһә үҙ образына тәрәнерәк инеп, бөтөнләй икенсе ракуста халыҡ алдына баҫты. Ҡалабыҙҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Әйткәндәй, был ролде Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнгәт колледжының беренсе курс студенты Илназ Фәүзиев бик оҫта башҡарҙы. Ә Һыу инәһе ролен 23-сө мәктәптең музыка уҡытыусыһы Наилә Вәлиуллина килештереп уйнаны. Илназ халыҡ йырын башҡарып та хайран итте әле ул тамашасыларҙы. Сарала шағирҙың балалар тарафынан татар , башҡорт, рус, инглиз, сыуаш телендә яңғыраған шиғырҙары көслө алҡыштарға күмелде. Сара барышында «Тыуған илем – иркә гөлөм» бәйгеһендә, Муса Йәлилгә бағышланған «Ғүмерем минең моңло бер йыр ине» һәм «Туҡай яҙы» ҡала тасуири уҡыу бәйгеһендә еңгән балаларҙы тантаналы рәүештә ҡотланылар. Был иһә Туҡай ижатының бөгөнгө көндә лә актуаллеген, уның фекерҙәренең йәш быуын өсөн тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләй... Ә инде оҙаҡ йылдар ҡалабыҙҙың мәғлүмәт-методик үҙәгендә туған телде (татар һәм сыуаш телдәрен) уҡытыу барышында яуаплы методист булып эшләгән Зөлфирә Ғәлихан ҡыҙы Усманова «Татар милләтенә күрһәткән оло хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Тукайҙың 140 йыллығына бағышланған саралар «Йыһан буйлап атлай Туҡай йылы – һәр татарҙың йөрәгендә уның нуры» исеме аҫтында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Тукайҙың 140 йыллыгына багышланган саралар менән йыл башында уҡ старт алғайны.
- Ғабдулла Туҡай – бөйөк шәхес. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә 400-ҙән ашыу шиғыр, 9 поэма, 350 очерк, бик күп әҫәрҙәр яҙған. Шуларҙың барыһына ла 26 йәшенә тиклем өлгөргән. Бөгөн яһалма интеллект та был тиклем эшләй алмай. Бындай саралар уҡыусыларҙың белемдәрен үҫтереүгә генә ҡоролмаған , ә милли ғорурлык хисен тәрбияләүгә, рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлауға ла йүнәлтелгән. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай иҫтәлеген һәм уның ижади мираҫын мәңгеләштерү максаттарында ҡалабыҙҙа үткәрелгән саралар дауамлы булһын, - тине ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин.
Сараны мәҙәни йәһәттән Динара Йосопова, Линар Зарипов һәм Наилә Вәлиуллина, Рәсимә Хәбибуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Инсаф Ғәлимов, Миңлеғәли Хөснөтдинов, Радик Ғәлимйәнов етәкселегендәге «Иркен» ансамбле биҙәне.
Балаларҙы бүләкләүгә өлөш индергән бағымсылар араһында – Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, «Риком» компанияһының генераль директоры Ринат Райманов, «Таско Моторс» компанияһы етәксеһе урынбаҫары Илшат Кусҡаров, шәхси эшҡыуар Марат Йосопов һәм башҡалар бар ине.
Сценарий авторы һәм режиссеры татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы доценты, Башкортостан татарҙары конгресының Стәрлетамаҡ бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Мөкимоваға ҙур «5»ле ҡуйырға була.
Туҡай байрамы шағир һүҙҙәренә яҙылған «Туған тел» йыры менән тамамланды. Мәҡәләмде үҙемдең шиғыр менән тамамлайым. Тукай яҙы йылда ҡабатланып торһон!
БЕРГӘ
Боронғонан ишетелә бер көй –
Күҙ алдына килә туғайлы күл.
Әней моңо йөрәгемде телә,
Әтейҙәнме килә Туҡайлы тел?
Башҡорт моңо, туған телем өсөн
Мин күтәрәм бөгөн ҡулдарымды.
Ике халыҡтың да яҙмыштары
Ҡуҙғатамы йөрәк ҡылдарымды?
Башҡорт менән татар мәңге бергә –
Кәрәк саҡта икмәк бүлешкән ул.
Йылдар буйы ҡояш аҫтындағы
Азатлығы өсөн көрәшкән ул.
Бер ҡасан да дауыл тынмаһа ла,
Бишек йырҙарыбыҙ - уртаҡ беҙҙең.
Беҙ бер һуҡмаҡтарҙан атлағанда
Хатта әллә кемдәр ҡурҡа беҙҙән.
Берҙәмлектә күрәм көсөбөҙҙө
Яуҙа ҡырылғанда улдарыбыҙ.
«Беҙ тыныслыҡ яҡлы Ерҙә» тиеп
Бергә күтәрелһен ҡулдарыбыҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар интернеттан алынды.