Ашҡаҙар
+12 °С
Облачно

ҠОТЛО БУЛҺЫН КИТАП!

Ҡазанда яҙыусы Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВтың «Урам балалары» тип аталған китабы донъя күрҙе.

«Танылған башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтов был йыйынтыҡҡа  ингән повестарында төрлө сәбәптәр арҡаһында ғаилә йылыһынан мәхрүм булып урамда ҡалған йәки балалар йортона килеп эләккән йәтимдәр темаһын күтәрә. Автор үҙ яҙмышы һәм йөрәге аша үткәргән ваҡыйғаларҙы йән тетрәнерлек итеп тасуирлау менән бергә, йәтимлектең сәбәптәре хаҡында һәм, ғөмүмән, йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе кәметеү тураһында бергәләп уйланырға саҡыра. Китап яҙыусының «Урам балалары», «Ҡояшҡа әйләнермен мин»,  «Ҡалдырма, әсәй!» һәм «Әкиәтһеҙ баласаҡ» повестары ингән.» -  тип яҙып сыҡтылар  Татарстан китап нәшриәте сайтында.

Тиҙҙән китап Татарстан китап нәшриәте магазиндарына сығасаҡ.

ҠОТЛО БУЛҺЫН КИТАП!
ҠОТЛО БУЛҺЫН КИТАП!
ҠОТЛО БУЛҺЫН КИТАП!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас