Ашҡаҙар
+16 °С
Облачно

“Китап-байрам” - Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Китап-Байрам” республика китап йәрминкәһенә ҡушылды һәм Стәрлетамаҡтар өсөн зауыҡҡа һәм өҫтөнлөккә бай программа әҙерләне. Өс көн дауамында 28-30 майҙа ҡала китапханаларында яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби викториналар, оҫталыҡ дәрестәре үтте, ҡаланың тыуған көнө менән ҡотлау флешмобы ойошторолдо, тематик китап күргәҙмәләре, балалар һүрәттәре һәм ижади эштәр күргәҙмәләре биҙәлде.

“Китап-байрам” - Стәрлетамаҡта“Китап-байрам” - Стәрлетамаҡта
“Китап-байрам” - Стәрлетамаҡта

Әҙәби өс көнлөк марафон 7-се китапхана-филиалында үтте. 28 майҙа А.Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә “Мнең яратҡан китабым” асыҡ микрофоны үтте. Бында балалар китаптар тарихы тураһында белеп кенә ҡалманы, иң ҡәҙерле әҫәрҙәре тураһында тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты. 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн “Донъя халыҡтары әкиәттәре” әҙәби викторинаһы ойошторолдо. Балалар геройҙарҙы шатланып табып алды, ә программала башҡорт халыҡ әкиәттәре менән танышыу айырым урын алды.

Билдәле башҡорт шағирәһе Асия Басированың 70 йәшлек юбилейы уңайынан тантаналы кисә көндөң үҙенсәлекле ваҡиғаһы булды. Сара ихлас һүҙҙәрҙән һәм изге теләктәрҙән торған гөлбаҡсаға әүерелде. Ҡунаҡтарҙы, ҡәләмдәштәрҙе һәм уның ижадына булған ихлас һөйөү берләштерҙе шул көндө. Юбилярҙың сығышы – үҙе ижад иткән йыр һәм тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары барыһының да йөрәгенә үтеп инде. Шул уҡ көндө “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгенең 3-сө модель китапхана-филиалы “Минең яратҡан шиғырҙарым” шиғриәт сәғәте үтте. Был сара матур һүҙгә һәм шиғри образдарға битараф булмағандар өсөн ысын байрамға әүерелде. Импровизацияланған әҙәби майҙансыҡта Стәрлетамаҡ шағирҙары сығыш яһаны. Айырым шатлыҡлы ваҡиға булып авторҙарҙан китаптар бүләк итеү торҙо. Был баҫмалар китапхана фондын тулыландырасаҡ һәм уҡыусыларға урындағы әҙәбиәтселәрҙең ижады менән танышырға мөмкинлек бирәсәк.

Ике майҙансыҡта ла эшләгән “Әҙәби Стәрлетамаҡ” китап күргәҙмәләре байрамға сағыу өҫтәлмә булды. Бында һәр кем урындағы авторҙарҙың тормошо һәм ижади юлы менән яҡынданыраҡ таныша, шулай уҡ тыуған яҡтың матурлығын данлаған шиғырҙар йыйынтыҡтарын асып уҡый алды. 29 майҙа китап эстафетаһын балалар китапханалары дауам итте. 8-се балалар китапхана-филиалында китап уҡырға яратыусылар алтын йәштәге “Яҡшы кәйеф” клубы ағзалары ҡатнашлығында “Беҙҙең бала саҡ китаптары” түңәрәк өҫтәленә йыйылды. “Атай, әсәй, китап, мин” ғаилә уҡыуҙары һәм “Минең яратҡан китап геройым” балалар һүрәттәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

29 майҙа Үҙәк балалар китапханаһында бик күп саралар үтте. Көн буйына китапхана фондынан һирәк китаптар күргәҙмәһе эшләне, буккроссингта һәр кем үҙенә оҡшаған китап һайлай һәм уны бөтөнләйгә өйөнә алып ҡайта ала. Китапханаға килеүселәр “Китап-һалдат” акцияһына ҡушылды. Ошо йәһәттән 300-гә яҡын китап йыйылды, улар “Йөрәк саҡырыуы” йәмәғәт ойошмаһына тапшырылды. Алдағы йәкшәмбелә был китаптар госпиталдәге яугирҙарыбыҙға оҙатыласаҡ. Көн “Онотолған боронғолоҡ” мини-музейында Стәрлетамаҡ балалар китаптары авторы Оксана Сальникова ҡатнашлығындағы сара менән тамамланды. Бында ҡунаҡтар самауыр янында ҡоймаҡ, бал һәм башҡа тәмләткестәр менән сәй эсеп кенә ҡалмай, ә алыҫ ата-бабаларыбыҙҙың нисек йәшәүе тураһында ла белешмә ала алды.

30 майҙа – Китап байрамының һуңғы көнөндә “Эстәрле буйындағы яратҡан ҡала” әҙәби-музыкаль композицияһы старт алды. Сәхнәнән “Йырлаусы йондоҙлоҡ” вокаль ансамбле, шулай уҡ йәш музыканттар – Василий Анпилогов һәм Егор Чижевский башҡарыуында тыуған яҡ тураһында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. “Клюква” оҫтаханаһы тәрбиәләнеүселәре театр мөхитен еткерҙе, улар ике спектакль тәҡдим итте: “Ҡыҙыҡһыныусан Варвара тураһында әкиәт” һәм “Аҡҡош-ҡаҙҙар”ҙың яңыртылған версияһы күңелдәргә хуш килде. Шулай уҡ “Домироль” актерлыҡ оҫталығы студияһы артистарының сығышы көндөң сағыу акценты булды.

Тантаналы өлөш сиктәрендә ойоштороусылар бер юлы бер нисә ҡала конкурсы еңеүселәрен бүләкләне: ижади һүрәттәр конкурсында һәм “Яратҡан ҡалаға бағышлана” онлайн-марафонда ҡатнашыусыларҙы. Бынан тыш “Ҡаҙ –ҡала символы” биҙәү-ҡулланма сәнғәте конкурсы ла үтте. Конкурстар “Урын генийы” федераль проекты сиктәрендә китапхана системаһы тарафынан ойошторолдо һәм үткәрелде.

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн күрше залда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығында “Тыуған ҡала буйлап сәйәхәт” ижади осрашыуы үтте. Фаяз Йомағужин һәм Алексей Наумовтың “Тарих – ул исемдәр: Стәрлетамаҡ билдәле шәхестәр яҙмышында” китабының исем туйы урындағы төп ваҡиға булды. Фаяз Фуат улы һирәк осраған архив материалдарын эҙләү тураһында һөйләне, уникаль фотоһүрәттәр күрһәтте һәм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, шағирәләр Эльмира Сәсәнбаева, Римма Ғәлимова, Марина Воронова, Зөһрә Үтәғолова, Рита Фәткуллина ике телдә – рус һәм башҡорт телендә яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. “Асыҡ микрофон”да китапхана уҡыусылары, ҡала шағирҙары, “ЛитоСтеЛит” ағзалары башҡарыуында ҡала тураһында шиғырҙар яңғыраны.

Бер үк ваҡытта китапхана фойеһында интерактив зоналар эшләне. Ҡунаҡтар “Стәрлетамаҡты төшөрәм” оҫталыҡ дәресендә граттаж техникаһын үҙләштерҙе һәм гипс әҙерләмәләрен биҙәү менән шөғөлләнә алды. Көн дауамында килеүселәрҙе “Ғаилә – ҙур китап” экспозицияһы ҡабул итте.

“Китап-байрам” китап йәрминкәһе рәсми рәүештә үҙ эшен тамамланы, ҡала халҡына йөҙҙәрсә яңы китап, иҫтәлекле сувенирҙар һәм ижади байлыҡтар ҡалдырҙы.

Зөлфиә ПИНИМЯСОВА,

Үҙәк китапхананың социаль-мәҙәни проекттар бүлеге мөдире.

“Китап-байрам” - Стәрлетамаҡта
“Китап-байрам” - Стәрлетамаҡта
Автор:Римма Галимова
Читайте нас