Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло

АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ

Зөһрә Үтәғолова ижады Стәрлетамаҡта нығына Әҙәбиәт күгендә ҡапыл балҡып, аҙаҡ һүнеп ҡалғандар була… Киреһенсә, ғүмер аҙағында әүҙем ижад итеп танылыусылар ҙа бар. Шағирә Зөһрә ҮТӘҒОЛОВАны был йәһәттән һәүетемсә ижад итеп алтын урталыҡта бара тиер инем. Ул Стәрлетамаҡҡа ғаиләһе менән 2021 йылда күсеп килһә лә, ҡалабыҙ – уға, ул – ҡалабыҙға сит бауыр түгел…Сөнки ижад кешеһе ҡайҙа йәшәһә лә юғалып ҡалмай. Үҙенең 65-се көҙөн ҡаршылаусы Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы менән әңғәмәбеҙ ошо хаҡта.

АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТАЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ
АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ

“Ашҡаҙар”ҙа ҡанат нығыттым

– Зөһрә, һинең ҡалабыҙҙа алты йыл ғына йәшәһәң дә, йәшлек, студент йылдарың Стәрлетамаҡта үткән. Әйҙә, хәтирәләрҙе ғүмереңдең ошо мәленән башлайыҡ.

– Ысынлап та, Стәрлетамаҡ биш йыл йәшлек эҙҙәремде һаҡлай. Яңы ғына ауылдан сыҡҡан балаға ҡала мөхитенә өйрәнеп китеү – үҙе бер тарих. Атайым: “Бинаһы – минән, уҡыу – һинән” тип ике туған апайҙарыма ҡалдырып китте. Апайымдар үҙҙәренең туҡталышынан алып имтихан булаһы уҡыу йортона тиклем нисә туҡталыш булырын әйтеп ебәрҙеләр. Ә мин ауыл балаһы светофор янындағы туҡтап тороуҙы ла туҡталышҡа һанап барып ике туҡталышҡа алданыраҡ төшөп ҡалғанмын…(көлә). Ә ул саҡта өлгөрөр өсөн йүгерергә тура килде. Иртәнсәк бер стакан сәй эсеп, “вермишель” ҡабабыҙ ҙа туҡталышҡа сабабыҙ. Троллейбустар заводтан төнгө сменанан һуң ҡайтып килгән эшселәр менән тулған була. Ярай ҙа ултыра алһаң. Дәрескә һуңламаҫ өсөн туҡталышта уҡ пальто төймәләрен ысҡындырып йүгерәбеҙ…Шулай биш йыл һиҙелмәй ҙә үтеп ките.

– Ә ижади мөхиткә нисек ылығып киттең?

– Шиғырҙарҙы мәктәптә уҡығанда уҡ яҙа башлаған инем ул. Район, республика матбуғатында ла күренә башлағайным. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенты булып киткәс данлыҡлы “Ашҡаҙар” түңәрәгенә йөрөп ҡанаттарҙы нығыттым тиергә лә була. Башта етәксебеҙ Рәхим Ильясов ине. Ул мәрхүм булып ҡалғас, Ишбулды Вәлитов ижад емештәребеҙҙе баһалап, илһам, йүнәлеш биреп, ҙур әҙәбиәт донъяһына юлыбыҙҙы асты тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Миңә  Рәлиф Кинйәбаев, Нияз Сәлимов, Фирүзә Абдуллина, Фәриха Вәлиуллина, Тәлғәт Шаҡманов, Зөһрә Ҡашапова, Сулпан Миңлебаевалар менән бер ваҡытта “Ашҡаҙар”ҙа ҡайнарға тура килде. Шул заманда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән Рауил Ниғмәтуллин менән дә аралашырға яҙҙы. Уның бер мәл беҙҙе ябай шағир-студенттарҙы ресторанға саҡырып һыйлағаны – бер байрам һымаҡ иҫтә ҡалған. Ижади йәштәргә иғтибар ҙур ине шул.

 

Остазлыҡ һәм ижад йәнәш атлай

– Институтты тамамлап, ҡулыңа диплом алғас, ел ҡай яҡтарға ташланы?

– Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарыма эшкә ҡайттым. Белорет районы Исламбай ауылына килен булып төштөм. Үҙем дә уҡыусыларым күңелендә ижадҡа юл ярырға тырыштым… Ә 2000-се йылда  ғаиләбеҙ менән Белоретҡа күсеп килергә ҡарар иттек. Ауылдарҙа колхоз-совхоздар таралып, башҡа сәнәғәт ойошмалары ла юҡҡа сығып бөткәс, шофер булып эшләгән тормош иптәшем Сәғиткә лә даими эш урыны талап ителде. Бер-бер артлы үҫеп килеүсе ике ҡыҙыбыҙҙы ла уҡытырға, кейендерергә кәрәк, етмәһә. Шулай ҡала кешеһенә әйләндек. Ирем автотранспорт предприятиеһына автобус йөрөтөүсе булып урынлашты, ә үҙемә бәхет икенсе яҡлап йылмайҙы. Үҙемде гимназияға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп алдылар. Белоретта күптән түгел асылған Башҡорт гимназияһының һәләтле, бурыстарына юғары талап ҡуйылған уҡытыусылар коллективы туплап, үҫеш юлына сығып, нығынып килгән сағы ине әле ул саҡта.  Тырышлыҡтың яҡшы һөҙөмтәләре лә күҙгә күренеп үҫте. БДИ һөҙөмтәләре йылдан йыл яҡшыра барып, балдар күрһәткесе буйынса ла, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр һаны буйынса ла ҡала мәктәптәре араһында абруйлы урын яуланы гимназиябыҙ. Тап гимназияла эшләгән осорҙа асылды ла инде минең уҡытыусы, ойоштороусы, ижади һәләтттәрем. Кластан тыш сәғәттәрҙе бушҡа уҙғармай, уҡыусы балалар өсөн әҙәби түңәрәк ойошторҙом. Гимназияның “Тере шишмә” гәзитен сығарҙым, “Инеш” радиоэфирын ойоштороуға ярҙам иттем. Бер үк ваҡытта журналистика түңәрәген ҙә алып барҙым. Республика баҫмаларында мәҡәләләр баҫтыра торғас, БР Журналистар союзына ағза итеп ҡабул иттеләр. 2014-се йылдан БР, РФ Яҙыусылар берлеге ағзаһы ла булып киттем. Сөнки шиғриәт менән ныҡлап шөғөлләнеүем дә шул йылдарға тап килә бит.

 

Һынауҙарҙы бергә йырабыҙ!

Зөһрә, һинең Стәрлетамаҡҡа килгәнсе үк Маҡтау грамоталары туплаған уҡытыусы, шул иҫәптән Мәғариф министрлығының маҡтау грамотаһына ла лайыҡ булғаныңды ишетеп белә мнем. Ә гимназияның журналистика түңәрәгендә шөғөлләнеүселәрҙән: Нәркәс Йосопова, Нәркәс Вәлиуллина, Гөлназ Йомабаевалар телевидение журналистары булып киттеләр. Ҡыҙҙарың да һинең юлдан киттеләрме?

– Аллаға шөкөр, Венера ҡыҙым мин уҡыған Стәрлетамаҡ педагогия академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, юғары категориялы уҡытыусы, ул Стәрлетамаҡтың данлыҡлы 23-сө мәктәптәбендә урыҫ кластарында башҡорт теленән белем бирә. Нурия (Иҡсанова) ҡыҙым да күптәргә
таныштыр. Ул Силәбелә Башҡортостан вәкиллегендә белгес вазифаһын башҡарҙы, Силәбелә башҡорт телендә баҫылған “Уралым” гәзитен сығарыуҙа, ә Силәбе телевидениеһында башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барыуҙа әүҙемлек күрһәтте. Ә аҙаҡ Өфөгә ҡайтып Халыҡтар дуҫлығы йортонда баш белгес булып эшләне. Әлеге ваҡытта ул Ҡарағалпаҡта стажировка үтә. “Сит илдә Рәсәй уҡытыусыһы” проекты буйынса төрлө илдәрҙә рус теленән уҡыта.

Эш, ижад, шул уҡ ваҡытта байтаҡ йылдар, үкенскә ҡаршы, сир арҡаһында аяҡтан йығылған тормош иптәшеңдең төп таянысы...

– Эйе, һынауҙарҙы бергә үтәбеҙ. Балаларыбыҙ ярҙамынан ташламай.  “Ғаиләм – ҡәлғәм” тигәнде үҙгәртеберәк “ғаиләм – илһам сығанағы” тиер инем. Шуға күрә лә ижадтан ситләшмәнем. Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре” конкурсы лауреаты булдым. “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” грантына, Белорет ҡалаһының “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” премияһына лайыҡ булдым. Стәрлетамаҡта ла төрлө бәйгеләрҙә үҙемде һынап ҡараным, сәмле проекттарҙа ҡатнаштым.

Китаптарың да сығып тора. Мәҡәләләрең дә матбуғатта йыш баҫыла. Әле лә әҙәбиәт һөйөүселәренә бүләк әҙерләйһеңдер…

– З.Биишева исемендәге китап нәшриәтендә дүрт китабым донъя күрҙе: “Юл япрағы”, “Һыу юлы”, “Ҡунаҡ күрһәтәм”, «Йәнле мунсаҡ». Минең һүҙҙәремә Юнир Һағынбаев, Гәүһәр Бирҙеғолова, Миңнур Ҡасимова, Азамат Усманов, Риф Сәлишев, Дамир Солтанов, Рафаэль Салихов, Данир Далхин, Резида Әхмәтова, Резеда Мөхәмәтйәновалар көйҙәр яҙҙы.  Ижадтан айырылғаным юҡ. Нәшриәткә балалар өсөн “Бәпембә”, өлкәндәр өсөн “Бәхет күбеге” тигән китаптарымды тапшырҙым. Әлеге ваҡытта “Зиһен тирмәне” тигән автобиографик әҫәр өҫтөндә эшләйем. Ижадым дауамлы булыр, уҡыусыларымды артабан да ҡыуандырырмын тигән өммөттә шөкөр ҡылып йәшәйем!

– Тулы яуаптарың өсөн рәхмәт! Юбилейың менән, ҡәләмдәш! Артабан да ижади үрҙәр!

– Рәхмәт!

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

 

ЙӘЙҒОР ТӨҪӨНӘ ӘЙЛӘНӘ

ЙӨРӘКТӘГЕ ХИСТӘРЕМ

Зөһрә Үтәғолованан әҙәби күстәнәс

Нағыш сигәм

Нағыш сигәм. Ябай түгел –

Тылсымлы ҡул эштәрем.

Йәйғор төҫөнә әйләнә

Йөрәктәге хистәрем.

 

Теҙелешә шатлыҡтарым

Ап-аҡ ҡына ерлеккә.

Йәшерергә тырышамын

Ҡараларын нисек тә...

 

Нағыш сиктем. Өләшәйем

Бүләгемде дуҫтарға.

Күңелдәргә йәйғор ҡунһын

Ете төҫтәрем аша!

 

БАШҠОРТОСТАН - БАЛЛЫ КӘРӘҘ
Башҡортостан – баллы кәрәҙ,
Һәр күҙәнәк – тос өлөш!
Береһендә алтын булһа,
Икенсеһендә – көмөш!

Бер күҙәнәк – тимер мәғдән,
Сираттағыһы – бойҙай.
Бер күҙәнәк – ҡуйы урман,
Икенселә ҡош һайрай.

Бер ояла – күс-халыҡ
Эшсе ҡорттай гөрләшә.
Алты ҡырлы күҙәнәк
Дуҫлыҡ нуры өләшә.

Башҡортостан – кәрәҙле бал,
Күстәнәскә йомарт ҡул.
Темеҫкенһә туймаҫ бур ҡорт,
Кейәңде “шарт” ябып ҡуй!

 

 

АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ
АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ
АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ
АЛТЫН УРТАҠЛЫҠТА БАШЛАНҒАН ШИҒРИӘТ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас