Ашҡаҙар
+2 °С
Облачно
Сәнғәт һәм мәҙәниәт
20 Октября , 12:15

ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР

Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының төрлө образдарҙа балҡып тамашасы күңелен арбаған сағыу актрисаларының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйсән КӘРИМОВА үҙенең матур юбилейын билдәләй. Яратҡан актрисабыҙ  23 октябрҙә киске сәғәт 7-лә  Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үтәсәк юбилей кисәһенә саҡыра. Байрам айҡанлы “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” спектакле күрһәтеләсәк. Һоҡланғыс актриса, гүзәл әсә, күп ҡырлы ижади шәхес менән әңгәмәне беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАРТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР

Ҙур сәхнәгә юл

– Ләйсән Ғәбделбарыевна, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтегеҙ әле – ҡайһы яҡтың һауаһын һулап, ҡайһы һыуҙы һыулап үҫтегеҙ?

– Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәмле Күндерәк буйында тыуып үҫтем. Ғаиләләге алты бала араһында өсөнсөһө – мин, биш малай араһында бер ҡыҙ булғас, малайҙар кеүек үҫтем инде. Бала сағым улар менән бергәләп атта сабып, көтөү көтөп үтте. Атта йөрөр өсөн атайым менән сыға инем. Ауылыбыҙҙа бишенсе класты тамамлағас, алтынсы кластан алып Ишембай интернат-мәктәбендә уҡыным. Бәләкәйҙән шиғырҙар һөйләргә яраттым, шуға унда килгәс тә театр түңәрәгенә йөрөнөм. Конкурстарҙа ҡатнашып “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” номинацияһында урын алдым. Һәләтемде күреп фольклор түңәрәгенә саҡырҙылар.1984 йылда Өфөлә үткән “Ихсановтың тальян гармуны” тигән ҙур проектта ҡатнашырға насип булды. Мәләүездә төбәк конкурсы үтте, шунан һуң Өфөлә сығыш яһау өсөн мине һайлап алдылар. Мин, бәләкәс кенә ҡыҙ, Башҡортостандың 100 ҡурайсыһы менән бергә сәхнәгә сығып, алда тороп шиғыр һөйләнем, ҡобайыр әйттем.

1988 йылда Өфөлә үткән конкурсҡа, минән һорап та тормай, шунда уҡ саҡырып алдылар. Шулай итеп, яйлап ҡына сәнғәт юлына баҫтым, сәхнә оҡшап китте. Үҙемде сәхнәлә таптым...

– Яңылышмаһам, һеҙ театр донъяһындағы хеҙмәт юлығыҙҙы тап Стәрлетамаҡ театрында башланығыҙ...

 – Был театрға мин ул саҡта осраҡлы ғына килеп эләккәйнем. Интернатты уҡып бөткән генә ваҡыт ине, шунда Стәрлетамаҡта Гөлдәр Ильясова башҡорт театры аса икән, тигән һүҙ ишетеп ҡалдым да, Стәрлетамаҡҡа киттем. Үҙемде әҙер артист тип уйлағанмындыр инде. Уҡырға кәрәк икәнлеге тураһында уйлап та ҡарамайым бит әле. Гөлдәр Мозафар ҡыҙы: “Әле һиңә артист булырға иртәрәк, уҡырға кәрәк, әммә-ләкин мин һине режиссер ярҙамсыһы итеп алам”, – тине. Сөнки ул мәлдә театр асыла ғына ине, артистар ҙа әҙ генә. Шулай итеп, 1991 йылдың 7 апрелендә беҙ ҡаҙаҡ драматургы Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең” тип аталған әҫәре буйынса тәүге спектакль менән гөрләтеп театр асып ебәрҙек. Шунда минең бәләкәс кенә ролем бар ине. Шулай итеп, Гөлдәр Мозафар ҡыҙы мине ҙур сәхнәгә сығарҙы – 18 йәшлек кенә ябай ауыл ҡыҙы, һис уйламағанда, профессиональ театрға аяҡ баҫтым. Шунан инде күп тә тормай Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем.

Тәү сәхнәгә баҫтырыусыма рәхмәтлемен

 – Белеүемсә, һеҙ Стәрлетамаҡ театрында күп йылдар эшләп, бик күп сағыу образдар ижад итеп, юғары исемдәргә лайыҡ булдығыҙ. Ә уға тиклем Салауат театрында ике тиҫтәгә яҡын йыл эшләп, бай тәжрибә туплап, өлгөрөп еткән актриса инегеҙ. Салауат театры нимәһе менән арбаны?

 – Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, күрәһең. Сәнғәт институтын уҡып бөткәс тә, Салауат театрына эшкә килдем. Вәзих Кашаф улы менән Рәйсә апай Сәйфуллиндар Өфөнән Салауат театрына ҡайтҡайнылар. Улар мин Өфөлә уҡығанда уҡ һәр бер этюдымды, өҙөктәремде ҡарап, оҡшатып, Салауат театрына саҡырып алдылар.

Тәү сәхнәгә баҫтырыусым Гөлдәр Ильясова булһа, беренсе остазым Вәзих Сәйфуллин булды. Вәзих Кашаф улы Мәскәүҙә уҡыған, атаҡлы режиссер Георгий Александрович Товстоноговтың уҡыусыһы.

Әлеге йәштәргә лә шуны теләйем – һәйбәт режиссерҙар ҡулына эләкһендәр. Сәхнәләге яҙмышың да режиссерҙан тора, ә сәхнәгә яңы ғына аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн ул бик мөһим.

Салауат театрында иң йәш ҡыҙ мин инем, мине алып ҡайттылар ҙа, сумаҙандарымды гримеркаға ҡуйып, шунда уҡ сәхнәгә сығарып ебәрҙеләр. Институтта уҡыу, теоретик белем алыу бер, тик барыбер күбеһен аңлап та еткермәйһең. Вәзих Кашапович, Рәйсә апай Сәйфуллина һәм Венера апай Хәсәновалар сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға өйрәттеләр. Мин уларҙы йотлоғоп тыңлай инем. Хәҙерге йәштәрҙең ҡайһы берҙәре ололар өйрәткәнде яратып еткермәй, беҙ үҙебеҙ беләбеҙ, тигән һымаҡ итеп ҡарайҙар. Әҙерәк кенә өйрәтә башлаһаң, уларға оҡшамай башлай. Ә мин улай эшләмәнем, тәжрибәле апай-ағайҙарҙан өйрәнеп ҡалырға тырыштым. Рәхмәтлемен Салауат театрына.

 – Һеҙҙеңсә, Стәрлетамаҡ театры менән Салауат театры араһында айырма бармы, булһа – нимәлә?

 – Мин үҙемдең тормошомда ике театр бар тип әйтә алам. Шөкөр, ике коллективымда ла хөрмәт итәләр. Салауат театрын да, артистарын да ныҡ яратам. Ун ете йыл ғүмеремде шул театрға бағышланым. Йәш кенә көйө килеп төштөм мин унда, килеп төшөү менән мине ролдәргә күмделәр. Гел төп ролдәрҙе бирҙеләр. Бер йылды мине хатта отпускыға ла ебәрмәй эшләттеләр.

 Салауатта буласаҡ тормош иптәшем менән таныштым, 97-се йылда кейәүгә сыҡтым. Шунан һуң бер-бер артлы ике балабыҙ тыуҙы. Артистар декрет ялында өйҙә оҙаҡ ултырмай, баланың йәше тулыр-тулмаҫтан эшкә сыға инек. Салауат театрында берәр ай, ҡырҡар көн гастролдәргә сыға инек. Балаларҙы ҡалдырыуы шул хәтлем ҡыйын була торғайны, йөрәгеңде өҙөп алған һымаҡ. Бер бала ирем менән ҡала, икенсеһен гастролгә үҙем менән алып китәм. Иптәшем айҙың уртаһында килеп, балаларҙы алмаштыра инек. Шулай үҫтеләр. Ошо йылдарҙа өс тиҫтәгә яҡын образ ижад иттем. Күбеһенсә, трагик, драматик ролдәрҙе бирәләр ине. Шулай итеп, ун ете йыл Салауат театрында эшләргә тура килде.

Йәнә яҙмыш ҡушыуылыр инде. 2010 йылда ҡапыл тормошобоҙ үҙгәреп китте лә, ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡҡа күсеп килдек. Стәрлетамаҡ театрында яңынан эш башланым. Ул мәлдә театрҙың режиссеры Азат Йыһаншин ине. “Салауат театрында мине яҡшы беләләр, ә бына Стәрлетамаҡ театры мине нисек ҡабул итер? Ниндәйерәк актрисамын, минең менән эшләп буламы?” – тигән уйҙар борсоно башта. Барыһын да яңынан башларға, үҙемде иҫбатларға тура килде. Аллаға шөкөр, ролһеҙ ултырманым, бер-бер артлы яңынан-яңы образдар тыуҙырҙым. Ике театр ҙа берҙәй үк яҡын миңә.

Театрҙың художество етәксеһе Илһам Ринат улы Рәхимовҡа, директорыбыҙ Харис Зәбих улы Әбдрәхимовҡа, коллективыма рәхмәтлемен. Әйткәндәй, бында күсеп килгәс, ҡырҡ бер йәшемдә өсөнсө баламды таптым. Шул балам Стәрлетамаҡҡа алып килгәндер, тип уйлайым.

– Иң яратҡан ролдәрегеҙҙе айырып әйтә алаһығыҙмы? Актриса булыуҙан тыш, тағы ла ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар?

– Яратҡан ролдәрем бар һәм... бөтәһе лә. Үҙеңә бирелгән ролде йәнеңде, бар булмышыңды биреп, көнөн-төнөн уйлап, бала кеүек тыуҙыраһың.

Яратмаған ролдәр булмайҙыр ул. Хатта кире ролдәр булһа ла. Уларҙы ла мин аҡларға тырышам. Кеше тиктомалдан ғына насар булып китә алмай. Тимәк, уны шулай булып китергә нимәлер эткән, нимәлер сәбәпсе булған бит

Әле яңыраҡ ҡына Гуркиндың “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” әҫәрен сәхнәгә сығарҙыҡ. Ундағы Надя ролен (һүрәттә) ныҡ яратам. Яңыраҡ Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында фестивалдә булып ҡайттыҡ, унда “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе булдым.

Актерлыҡ эшемдән тыш, студенттар өсөн сәхнә теле буйынса махсус курстар алып барам. 2020 йылда Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы махсус рәүештә беҙҙең театр өсөн уҡыусылар йыйҙы. Мин уҡытҡан студенттар хәҙер үҙҙәре уҡып сығып, минең менән бергә эшләйҙәр. Былтыр тағы ла курс йыйҙыҡ. Алла бойорһа, һәйбәт артистар сығыр, тип өмөт итәм.

Тормошома ике бишле ҡуя алам

– Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?

– Ҡыҙым Лилиана минең юлды һайланы. Мәскәүҙә театр институтын тамамлап, эшләп йөрөй. Киноларға төшә. Улым Роберт Калининградта юғары хәрби-диңгеҙ училищеһында уҡыны. Роберт, хәрби кеше булыуға ҡарамаҫтан, бик хисле, шиғырҙар яҙа. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Яраланып ҡайтып, дүрт ай госпиталдә ятты. Балам иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтһын тип, көнөн дә, төнөн дә уҡынып ҡына торам. Өсөнсө балам – бәләкәсем Даниэль Шайморатов класында һигеҙенсе класта уҡый. Спортсы, һигеҙ йыл инде дзюдо менән шөғөлләнә, урындар яулай.

– Ике бишле күркәм юбилейығыҙҙы ҡаршылаған мәлдә тормошта үҙ миссиямды үтәнем тип әйтә алаһығыҙмы?

– Аллаға шөкөр! Яратҡан эшемдә эшләйем, яратҡан балаларым, ғаиләм бар. Тормош иптәшем Ринат Тәлғәт улы менән матур донъя көтәбеҙ, бынамын тигән балалар үҫтерҙек. Балаларым менән ғорурланам. Уларға һәйбәт тәрбиә биргәнбеҙҙер, тормошом өсөн үҙемә ике бишле ҡуя аламдыр, тип уйлайым. Ә бына сәхнәлә уйнаған эштәрем өсөн инде баһаны тамашасы ҡуя.

 Мин һәр яҡлап камил булырға тырышам – был минең тормош асылым. Матурлыҡҡа ынтылам. Чехов әйткән бит: “Кешенең бөтә нәмәһе лә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла”. Тәбиғәт күренештәрен яратам. Тауға менһәм дә, диңгеҙ күрһәм дә, күңелем нескәреп китә, күҙгә йәштәр эркелә. Артист халҡына хас инде ул нескәлек. Мин кешеләрҙе яратам. Бына әле Баймаҡта, Әбйәлилдә гастролдәрҙә йөрөгәндә беҙҙе аяғүрә баҫып тороп ҡаранылар. Тамашасылар күп рәхмәттәр яуҙыра, яҙалар. Кешеләр таныйҙар, яраталар, рәхмәт әйтәләр. Салауатҡа барһам да, коллегаларым ҡосаҡлап ала. Йәштәр ҙә, ололар ҙа хөрмәт итеп торалар. Шуның менән бәхетлемен. Рәхмәтлемен яҙмышыма. Алда оҙон-оҙон юлдар булһын!

Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.

 Фотолар Л. КӘРИМОВАның ғаилә архивынан алынды.

ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
ТОРМОШОМДА – ИКЕ ТЕАТР БАР
Автор:Роза Сафина
Читайте нас