Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Апрель , 09:05

Владимир Путин Башҡортостан табиптарын Лука Крымский миҙалы менән бүләкләне

Ил Президенты әүҙем тормош позицияһы һәм ҙур уңыштарға өлгәшкән граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Владимир Путин Башҡортостан табиптарын Лука Крымский миҙалы менән бүләкләне
Владимир Путин Башҡортостан табиптарын Лука Крымский миҙалы менән бүләкләне

Указда билдәләнеүенсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары Илдар Рәйес улы Әпсәләмов, Рүзил Зөфәр улы Ғәлиев һәм Руслан Рәмил улы Фәхретдинов, шулай уҡ Өфөнөң 21-се дауаханаһының бүлек мөдире Рәмилә Зәйнулла ҡыҙы Батраева Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

Билдәле хирург, архиепископ Симферопольский и Крымский Лука хөрмәтенә аталған дәүләт наградаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Рәсәй президенты указы менән 2020 йылдың 19 июнендә булдырылған.

#Путин

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в