Рәсәй президенты һүҙҙәренсә, быларҙың барыһы ла үҙаллы ҡарар ҡабул итә алмаған илдәрҙең сәйәсәте һөҙөмтәһе. Әгәр ҙә ил үҙаллы ҡарар ҡабул итә алмай икән, ул инде «билдәле кимәлдә колония», тип баҫым яһаны Путин. www.adv.rbc.ru
Тәүге япон компанияһы Рәсәйҙән тулыһынса китте.
Февралдән Көнбайыш илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерә башланы. Тиҫтәләгән сит ил компаниялары һәм сервистары элегерәк Рәсәйҙә эшен туҡтатыу тураһында иғлан иткәйне. Улар араһында Mercedes-Benz, Škoda һәм Volkswagen автоетештереүселәре, IKEA мебель һәм өй өсөн кәрәкле әйберҙәр һатыу селтәре һәм башҡалар. Уларҙың барыһының да Рәсәйҙә производстволары бар.
Рәсәйҙән китеүсе сит ил предприятиеларына ҡарата «ҡәтғи эш итергә кәрәк», - тип билдәләне Путин.
«Ул саҡта, хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин тәҡдим иткәнсә, тышҡы идара индерергә һәм был предприятиеларҙы эшләргә теләге булғандарға тапшырырға кәрәк», - тине президент.