Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ноябрь 2018, 14:16

Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙең яңы форматын индерҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең яңы форматын — «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»н индерҙе. Муниципалитет башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашлығындағы шундай тәүге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»н Радий Хәбиров видеоконференция режимында үткәрҙе.

«Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» — яңы сара, аҙна һайын билдәле бер ваҡытта ошондай форматта эш алып барырбыҙ. Бында тармаҡ проблемаларын тикшереүҙән тыш, аныҡ һәм йылдам ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш», — тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарын иғтибар талап иткән һорауҙар буйынса тәҡдимдәр ебәрергә саҡырҙы.
Тәү сиратта төбәк етәксеһе йыйылыусыларға фельдшер-акушерлыҡ пункттары, уларҙың матди-техник торошо һәм кадрҙар менән тәьмин ителеше проблемаларын тикшерергә тәҡдим итте. «Халыҡҡа медицина ярҙамының беренсе звеноһы — бик мөһим йүнәлеш, ошо мәсьәлә өҫтөндә даими һәм киләсәктә лә эшләрбеҙ», — тип билдәләне төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров һөйләүенсә, бөгөн Башҡортостан үҙенең илдә иң ҙуры булған һәм йылдан-йыл үҫешкән фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре менән ғорурлана ала. Быйыл ғына төбәктә 24 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ләкин мәсьәлә, уның һүҙҙәренсә, икенселә. Әле фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 1/3 тиерлек капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж, ә 31-е бөтөнләй авария хәлендә. Тағы 105 беренсе звено медицина учреждениеһы белгестәр етешмәүгә бәйле буш торорға мәжбүр. Буш фельдшер-акушерлыҡ пункттарының күбеһе Ҡырмыҫҡалы (9), Баймаҡ (8), Хәйбулла (7) һәм Балтас (7) райондарында урынлашҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһенең ентекле сығышын тыңлағас, Радий Хәбиров һәр муниципалитетта проблемаларҙы хәл итеү ваҡыты буйынса аныҡ датаны билдәләргә, шулай уҡ район башлыҡтарына ваҡыт табып, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йөрөп сығырға, халыҡ менән аралашырға, уларҙы борсоған проблемаларға төшөнөргә ҡушты.
«Райондар буйлап йөрөйөм, фельдшер-акушерлыҡ пунктына инһәм, унан яҡшы кәйеф менән сығам, сөнки унда ихлас кешеләр эшләй. Ғәҙәттә улар оло йәштә, ләкин яңыраҡ күҙҙәре янып торған йәш фельдшерҙы осраттым. Бындай кадрҙарға мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров фельдшер һөнәрен популярлаштырырға тәҡдим итте һәм фельдшерҙарға дәртләндереүҙең төрлө варианттарын, мәҫәлән, гранттарҙы, ҡарарға ҡушты.
Статистика күрһәтеүенсә, бөгөн республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше — 47. Уларҙың күптәре ғүмере буйына һөнәренә тоғро, шул уҡ ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһы өсөн бер ниндәй ҙә дәртләндереү системаһы юҡ.
Читайте нас: