Мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, «мәсьәлә федераль һәм республика кимәлендә лә тейешенсә көйләнмәгән. Вуздар, эш биреүселәр һәм белем алыусылар өсөн маҡсатлы уҡытыу тураһында положение юҡ. Юғары уҡыу йорттары нигеҙ итеп алырлыҡ төп документтың булыуы мөһим. Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында ул әҙерләнгән, күршеләрҙең тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк», тип тәҡдим ите комитет рәйесе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар маҡсатлы белем биреү тураһында договор һәм өс яҡлы килешеү төҙөргә хәл итте. 2019 йылдан договор үтәлмәгән осраҡта яҡтарға матди яуаплылыҡ билдәләнә. Эшкә барыуҙан баш тартҡан йәш белгестәр сығымдарҙы ҡапларға тейеш. Урын биреүҙән баш тартҡан эш биреүсе юғары уҡыу йортона ла, сығарылыш студентына ла компенсация түләргә бурыслы.
Алыҫта урынлашҡан райондар өсөн талап ителгән белгестәр әҙерләү йәһәтенән медицина, аграр, педагогия университеттары — власть иғтибары үҙәгендә.
Мәҫәлән, 2018 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған 271 студенттың 72-һе эш урынына барып етмәгән. Архангел, Бөрө, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Учалы райондарына йүнәлтмәле белгестәрҙең береһе лә ҡайтмаған.
Вазифаһында эш башлаған тәүге көндәрҙә үк Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров медицина кадрҙарының етмәүенә иғтибар итеп, йүнәлтмәле белгестәр мәсьәләһен күтәрҙе. 15 ноябрҙәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә ул республиканың айырыуса ныҡ талап ителгән белгестәр әҙерләүгә 125 миллион һум бүләсәген белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1241967-v-gossobranii-bashkirii-obsudili-zakonodatelnuyu-bazu-tselevogo-obucheniya/