Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2018, 14:31

Михаил Киреев Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Михаил Киреев Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә кадрҙар белдереүе яһаны.

«Тиҙҙән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуҙы территориаль ойоштороуға күсеүгә бәйле вәкәләттәрҙе яңынан бүлергә һөйләштек. Был ойоштороу, социаль йәһәттән етди саҡырыу. Һеҙгә был эште координацияларға кәрәк, — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе Михаил Киреевҡа. — Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы — һеҙҙең ҡарамаҡта. Был мәсьәләне бергәләп өйрәнегеҙ, ҡайһы берҙәрен Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты менән өйрәнергә кәрәк. Алдағы саҡырыуҙар йәһәтенән ҡыйын хәлдә ҡалдырмауығыҙҙы һорайым».
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу буйынса нормативтарҙы яңынан ҡарау һәм ентекләп өйрәнеү, нормативтарҙы һәм тарифтарҙы халыҡ һәм төбәк операторҙары ҡабул итерлек кимәлгә килтереү өсөн махсус ведомство-ара комиссия эшләй. Уның составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре, төбәк операторҙары, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге вәкилдәре инә.
«Йәмғиәттә көсөргәнешлек тыуҙы. Халыҡ ҡалала һәм ауылда йәшәүселәр өсөн тарифтарҙың ниндәй нормативтарҙан сығып билдәләнеүен аңламай, ә сумма, уларҙың фекеренсә, бик юғары», — тигәйне бынан алда төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев.
http://www.bashinform.ru/news/1243019-i-o-zamestitelya-premer-ministra-pravitelstva-rb-ministra-zhkkh-naznachen-mikhail-kireev/
Читайте нас: