Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2018, 12:42

Марсель Байдәүләтов Өфө мэрияһының яңы матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде

Марсель Байдәүләтов Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Бөгөн оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин матбуғат хеҙмәтенең яңы етәксеһе менән таныштырҙы.
Марсель Илдар улы Байдәүләтов 1986 йылдың 18 декабрендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Ермолаевка ҡасабаһында тыуған. «Филология» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2005 йылда «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы алып барыусыһы булып башлай. Артабан — каналдың алып барыусылар бүлеге етәксеһе. 2013 йылдан — «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының баш продюсеры һәм үҫтереү бүлеге етәксеһе. Бөгөнгө тәғәйенләүгә тиклем Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә эшләне.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2014 йылдан мәғлүмәт-аналитика идаралығын етәкләгән Камил Юлаев уҙған аҙнала үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1240374-novym-press-sekretarem-merii-ufy-naznachen-marsel-baydavletov/
Читайте нас в