Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмек хакимиәте башлығы Виктор Панченко «Вазифа вәкәләттәрен уҫал ниәт менән файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Был мәғлүмәтте Рәсәй Тәфтиш комитетында раҫланылар. Әлеге мәлдә чиновникка хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә.
«КоммерсантЪ» мәғлүмәттәре буйынса, тәфтишселәр Панченконан муниципаль мөлкәт менән законһыҙ килешеүҙәр мәсьәләһе буйынса һорау алған. Хәҙер ғәйепләнеүсе Белорет Тәфтиш изоляторында ултыра.
50 йәшлек Виктор Панченко Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмек хакимиәте башлығы вазифаһын 2014 йылдың декабренән биләне. Быға тиклем ул мэрияла башлыҡ урынбаҫары, беренсе урынбаҫар һәм вазифа башҡарыусы булып эшләне.