Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Декабрь 2018, 17:04

Лира Иғтисамова республиканың финанс министры вазифаһын башҡара

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Лира Иғтисамова республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Белешмә. Лира Заҡуан ҡыҙы Иғтисамова 1977 йылдың 15 июнендә Туймазы ҡалаһынды тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Башҡортостандың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында башлай, унда беренсе категориялы белгес, әйҙәүсе белгес булып эшләй.
2002–2005 йылдарҙа – «Исмерита» күсемһеҙ милек үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иҡтисадсы, баш иҡтисадсы.
2005–2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә баш белгес, әйҙәүсе консультант, баш консультант, советник, бүлек мөдире.
2012–2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән маҡтаулы исемгә эйә.
http://www.bashinform.ru/news/1250310-lira-igtisamova-budet-ispolnyat-obyazannosti-ministra-finansov-bashkirii/
Читайте нас: