Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2018, 11:27

Мөрәжәғәтнамәнең бер тезисы ла тормошҡа ашмай ҡалмаҫ – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһенең бер фекере лә, бер тезисы ла тормошҡа ашмай ҡалмаҫ, тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бөгөн Радий Хәбиров «Торатау» конгресс-холында Ҡоролтай депутаттары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре алдында тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
Радий Хәбиров мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, йәштәр һәм социаль сәйәсәт өлкәләрендә ҡануниәтте камиллаштырыу кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Төбәктең мөһим милли проекттарҙа ҡатнашыуының, инвесторҙар һәм федераль аҡсалар йәлеп итеүҙең әһәмиәте билдәләнде.
«Ошо ҙур эштең һөҙөмтәһе аныҡ кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу булырға тейеш. Радий Фәрит улы республикаға етәкселек итә башлағандың тәүге көндәрендә үк үҙен республика өсөн ихлас күңелдән янып-көйгән, халыҡтың ихтыяжын тәрән аңлаған кеше итеп күрһәтте, — тип белдерҙе Константин Толкачев. — Бөгөн залда Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан иҡтисад, мәғариф, социаль өлкәлә, спортта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәштәге кешеләрҙе күреү бик урынлы булды. Был йәнә бер тапҡыр республикабыҙҙың төп байлығы халыҡ икәнлеге тураһында һөйләй. Был — беҙҙең төп потенциал».
Радий Хәбиров бөгөн депутаттарға ғына түгел, ә башҡарма власть, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә, республикала йәшәүселәргә лә мөрәжәғәт итте.
«Тәү сиратта мөрәжәғәтнамә Дәүләт Йыйылышы депутаттарына йүнәлтелгән. Беҙ уның төп тезистары буйынса эш башланыҡ та инде. Мөрәжәғәтнамәлә сағылыш тапҡан бер фекер ҙә, бер идея ла тормошҡа ашмай ҡалмаҫ», — тип өҫтәне Константин Толкачев.
Читайте нас в