Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, осрашыу барышында республиканың сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, индустриаль өлкәлә стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына Башҡортостанға иғтибары һәм төбәк предприятиеларына булышлығы өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ яҡтар «Уфимкабель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә эшмәкәрлеген билдәләне.
Бынан тыш, Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү торошон тикшерҙе. Рәсәй Энергетика министрлығы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән берлектә Рәсәй Федерацияһының «Энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергетиканы үҫтереү» дәүләт программаһының «Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү» ярҙамсы программаһы концепцияһының проектын һәм 2019-2024 йылдарҙа газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү саралары планын әҙерләгән.
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башлығы артабан да Башҡортостан предприятиеларына дәүләт ярҙамын күрһәтергә әҙерлекте раҫланы.
http://www.bashinform.ru/news/1253639-radiy-khabirov-vstretilsya-s-glavoy-minpromtorga-rf/