Владимир Путин 2001 йылдан башлап Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн матбуғат конференциялары уҙғара. Быйыл иһә аралашыуға 1702 кеше килде һәм ил етәксеһе дүрт сәғәткә яҡын ваҡыт эсендә 53 журналистың һорауына яуап биреп өлгөрҙө. Хәбәрселәр араһында рәсәйҙәр генә түгел, башҡа дәүләттәрҙең дә вәкилдәре бихисап һорау бирҙе. Ниндәй илдән генә хәбәр-селәр юҡ инде унда.
Владимир Владимирович тура эфирҙа журналистар һорауҙары-на яуап бирһенме, халыҡ мөрәжәғәтен ҡабул итһенме, шул эфир тамамланмаҫ борон күтәрелгән мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул ителеү генә түгел, енәйәт эштәре ҡуҙғатылыуға, ҡайһы бер етәкселәрҙе эштән ебәреүгә күнегеп бөткәнбеҙ инде. Был аралашыу ваҡытында ла һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне, Президент ҡул аҫтында эшләгән командаһына шунда уҡ фармандарын бирә барҙы, мохтаждар ярҙам алды.
– Мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк! – тип конкерт яуап бирҙе ул, мәҫәлән, Санкт-Петербургтан килгән журналисҡа. Баҡтиһәң, Маргарита Баулина эшләгән редакция уңышһыҙ ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн ябыҡ футбол стадионы төҙөргә ниәтләнә, әммә бюрократик кәртәләр арҡаһында был эш йырып сыҡҡыһыҙ. Әле тура эфир тамамланып та өлгөрмәне, ҡала губернаторы Александр Беглов был мәсьәләне шәхси контроленә алды. Әйтергә кәрәк, ошондай күренештәр бөгөн әленән-әле ҡабатланып торҙо. Иң мөһиме, кешеләрҙә, ысынлап та, урындарҙа мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәгенә ышаныс тыуҙы.
Шулай ҙа матбуғат конференцияһы иҡтисад темаһынан башланды. Был өлкәләге хәл тураһында һүҙ алып барғанда Владимир Путин иртәгәге көн ышаныслы булһын өсөн ынтылыш булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Урындағы чиновниктарҙың яуаплылығы, юғары эш хаҡтары, төҙөлөштәр... ниндәй генә проблема күтәрмәне коллегалар. Хатта Президенттың һаулығын ҡайғыртып һорау биреүселәр ҙә, ниңә һаман өйләнмәүе тураһында һорашыусылар ҙа табылды. Шулай ҙа һүҙ күберәк санкциялар, сит илдәр менән мөнәсәбәттәр тураһында йышыраҡ яңғыраны һымаҡ. Украина, Донбасс, “Скрипаль эше”, ядро һуғышы, көнбайыш менән мөнәсәбәт. Ошо темаларға журналистар айырыуса иғтибар бирҙе.
Һорауҙарҙы ла, уларға яуап-тарҙы ла байҡап сығыу мөмкин түгел. Әммә Владимир Путиндың ҡайһы бер һүҙҙәрен барыбер ҙә килтереп үтергә кәрәк.
– Кешеләр тойорлоҡ аныҡ һөҙөмтәләр кәрәк!
Был һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ тигән өмөттә ҡалайыҡ.