Ашҡаҙар
+24 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ғинуар 2019, 18:18

Фәрхәд Самедов Башҡортостан Башлығының сәнәғәт һәм һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса советнигы итеп тәғәйенләнде

15 ғинуарҙан Фәрхәд Самедов йәмәғәтселек башланғысында Башҡортостан Башлығының сәнәғәт һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса советнигы вазифаһын башҡара. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ошо хаҡтағы указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Икенсе указ менән Фәрхәд Самедов үҙ теләге менән республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы вазифаһынан бушатылды. Ул Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкил бурыстарын 2018 йылдың июленән алып башҡарҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1258850-farkhad-samedov-naznachen-sovetnikom-glavy-bashkirii-po-voprosam-promyshlennosti-i-tek/
Читайте нас: