Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ғинуар 2019, 18:03

Федерация Советында Башҡортостандың стратегик үҫешен тикшерәләр

Быйыл 12 һәм 13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙа. Рәсәй парламентының юғары палатаһы майҙансығында республика менән таныштырыу сараһы, комитеттарҙың Дәүләт Йыйылышы депутаттары һәм республика хөкүмәте ағзалары менән киңәйтелгән ултырыштары, осрашыуҙар һәм башҡа саралар республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған.
«Федерация Советы комитеттарының киңәйтелгән ултырыштарында республиканың стратегик үҫешен, Башҡортостан иҡтисадындағы өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, башҡа төбәктәргә таратыу маҡсатлы ярашлы булған иң яҡшы тәжрибәләребеҙҙе тикшереү күҙаллана, — тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Беҙ Рәсәй субъекттары бюджеттары тигеҙләнеше, төбәк һәм федераль ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләләрен дә күтәрергә уйлайбыҙ».
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе һүҙҙәренсә, Совет Федерацияһында төбәктәр менән ошондай таныштырыу саралары иҡтисад һәм социаль сәйәсәт өлкәһендә күләмле проекттарҙы бойомға ашырырға, субъектҡа федераль аҡса йәлеп итергә һәм инвесторҙар өсөн биләмәләрҙең йәлеп итеүсәнлеген арттырырға ярҙам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1258803-v-sovete-federatsii-obsudyat-strategicheskoe-razvitie-bashkirii/
Читайте нас в