Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Ғинуар 2019, 17:12

Роман Симандуев — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле

Роман Симандуев — Башҡортостандың Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы яңы тулы хоҡуҡлы вәкиле. Ошо хаҡта «Коммерсант-Өфө» яҙа. Бынан алда ул бер нисә йыл республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Кремлдең эске сәйәсәт идаралығында референт булып эшләй.

Роман Симандуевтың рәсми биографияһы әлегә баҫылмаған. Ул яңы вазифала 15 ғинуарҙа эшләй башларға тейеш, тип хәбәр ителә. 2018 йылдың июненән тулы хоҡуҡлы вәкиллекте етәкләгән Фәрхәд Самедов 14 ғинуарҙа вазифаһын ҡалдыра. 15 ғинуарҙан Самедов йәмәғәтселек башланғысында Башҡортостан Башлығының сәнәғәт һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы мәсьәләләре буйынса советнигы бурысын башҡара.
«Башинформ» агентлығына республика хөкүмәтендәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Кремлдә юғары вазифа биләгән Роман Симандуев Рәсәй Федерацияһының теләһә ниндәй министрлығында һәм ведомствоһында һәр бер чиновникка тиерлек инеү мөмкинлегенә эйә.
«Радий Фәрит улы уның алдына ябай һәм аңлайышлы бурыс ҡуйҙы: мөмкин тиклем күберәк федераль программаларға инеү һәм Башҡортостанға мөмкин тиклем күберәк федераль аҡса йәлеп итеү. Йәғни тап ул һәр федераль министрҙың ишеге артында ултырған «башҡорт» булырға тейеш», — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1259132-novym-polpredom-bashkirii-pri-prezidente-rossii-v-moskve-stanet-roman-simanduev/
Читайте нас: