Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Ғинуар 2019, 13:33

Республика парламенты туберкулезды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән закон ҡабул итә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта диспансерлаштырыу һәм туберкулезға бәйле күҙәтеү аҫтында булған кешеләр өсөн табип тәғәйенләгән дауалауҙы үтеү буйынса бурыстарҙы билдәләгән «Республикала туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында» законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Закон проекты «туберкулез булыу ихтималлығына эйә кеше», «туберкулез сығанағы янында булған кеше» тигән төшөнсәләр индерә һәм граждандарҙың ошондай категориялары өсөн мотлаҡ медицина тикшереүе ҡарала.
«Парламентыбыҙ башланғысы буйынса былтыр тейешле федераль закон да үҙгәртелде. Туберкулез — социаль сир, уның таралыуы күп осраҡта ауырыу кешеләрҙең тәртибенә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирле граждандарҙың йәшәү рәүеше йыш ҡына уларға үҙҙәренең һаулығы менән үҙаллы шөғөлләнергә мөмкинлек бирмәй. Шуға күрә проблеманы дәүләт кимәлендә көйләргә кәрәк. Үҫешкән илдәр махсус иҫкәртеү саралары ярҙамында күптән инде ошо яуызлыҡты еңгән. Беҙгә лә туберкулезды артта ҡалдырырға кәрәк», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
http://www.bashinform.ru/news/1264208-parlament-bashkirii-primet-zakon-natselennyy-na-profilaktiku-tuberkuleza/
Читайте нас в