2019 йылда республикала, Башҡортостан Башлығын һайлауҙан тыш, 7336 депутат мандатын биләү буйынса 800-ҙән ашыу һайлау кампанияһы көтөлә. Ауыл һәм ҡала биләмәләре советтары составы 100% тиерлек алмаштырыла. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк советы секретары Константин Толкачев «Башинформ» агентлығына партияның муниципаль һайлауҙарға кандидаттарҙы праймериз ваҡытында билдәләүе тураһында һөйләне. Алдан тауыш биреү көнө 26 майға иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем билдәләнгән. Константин Толкачев әйтеүенсә, праймеризды 4 төрлө модель буйынса уҙғарырға мөмкин. 10 мең һәм унан күберәк һайлаусы йәшәгән муниципаль берәмектәрҙә (Межгорье ҡалаһы, Красноусол, Ҡандра, Раевка һәм Иглин ауыл советтары, Приютов һәм Шишмә ҡасаба советтары) алдан тауыш биреү беренсе модель буйынса ойошторола. Беренсе модель буйынса алдан тауыш биреү шарттарына ярашлы, кандидат икенән кәм булмаған дебатта ҡатнашырға тейеш. Бөтә кандидаттар ҙа үҙе өсөн агитация алып барырға хоҡуҡлы. Праймеризда әүҙем һайлау хоҡуғына эйә һәр кем тауыш бирә ала.
10 меңдән аҙыраҡ һайлаусы йәшәгән муниципаль берәмектәрҙә алдан тауыш биреүҙе икенсе, өсөнсө йәки дүртенсе моделдәр буйынса үткәрергә мөмкин. Бынан алдағы һайлау кампанияларын иҫәпкә алып, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк советы алдан тауыш биреүҙе йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында өсөнсө модель буйынса уҙғарырға тәҡдим итте.
«Процедура туранан-тура һайлаусыларҙың кандидаттар менән осрашыуына ҡайтып ҡала, унда улар үҙҙәренең программаларын тәҡдим итә, һорауҙарға яуап бирә. Һайлаусылар осрашыу аҙағында тауыш бирә. Кандидаттарыбыҙ урындарҙа абруй менән файҙаланған лайыҡлы, хөрмәтле кешеләр булырға тейеш», — тип билдәләне Константин Толкачев.