Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2019, 22:51

Башҡортостанда эксперттар «Торатау» геопаркының потенциалын тикшерҙе

Башҡортостанда Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең өс көнлөк экспедицияһы тамамланды. Ғалимдар, республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары «Торатау» геопаркы сиктәрен билдәләне һәм уның потенциалын тикшерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы указы менән «Торатау» геопаркы булдырылды. Уға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре — Торатау менән Йөрәктау, шулай уҡ ике райондың башҡа үҙенсәлекле объекттары — Ромадановка йырыны, Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе, Егән, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың тирә‑яғы, Туғарһалған күле, Алатау биләмәһе, Этҡол һаҙлығы, «Ишембай» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә урынлашҡан Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев һәм Ташөй мәмерйәләре, Кәлимосҡан ҡаяһы индерелде.
Сәфәрҙең маҡсаты геопарктың буласаҡ туристик маршруттарын һынау ине. Экспедиция ағзалары ҡаргиҙәрҙәрҙә 150 саҡрым ер үтте, маршрут Иҫәкәй, Маҡар, Егән, Ғүмәр, Этҡол, Хажы, Һайран, Иҫкесәк, Көҙән ауылдары эргәһенән уҙҙы.
«Беренсенән, республикабыҙ ҡомартҡыларының ниндәй хәлдә булыуын, нисек барырға кәрәклеген, майҙансыҡтар бармы икәнен ҡараныҡ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына экспедиция етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Вячеслав Аброщенко. — Район хакимиәте менән осраштыҡ, ғалимдар һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үткәрҙек. Урынды үҫтереү мөмкинлектәрен, ниндәй маршруттар, ниндәй ғилми саралар ойошторорға мөмкин икәнлеге тураһында һөйләштек. Был — Рәсәйҙә тәүге геопарк, донъяла ошондай 150 геопарк бар. Уны үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыу бурысы тора. Перспективалар аҙ түгел – эш урындары, халыҡ кәсептәрен күрһәтеү. Әлегә план билдәләнек, шуның өҫтөндә эшләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, Ишембай районы етәкселеге геопарк булдырыуға әкренләп әҙерләнгән, уларҙың материалдары бар ине, маршруттар, тәбиғәт ҡомартҡылары исемлеген төҙөнөк. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указы ошо йүнәлештә алып барылған эште тиҙләтте генә».
http://www.bashinform.ru/news/1266118-v-bashkirii-eksperty-obsudili-potentsial-geoparka-toratau/
Читайте нас в