Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2019, 13:39

Константин Толкачев йәнә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары итеп һайланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо көндәрҙә йәнә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары итеп һайланды. Төбәк партия конференцияһындағы 213 делегаттың 168-е уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Секретарь вазифаһына икенсе кандидат партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге директоры Эдуард Сәйетбатталов ине.
Конференцияла «берҙәм рәсәйҙәр»төбәк бүлексәһе сәйәси советының һәм уның президиумының яңы составын да һайланы.
http://www.bashinform.ru/news/1265730-konstantin-tolkachev-pereizbran-sekretarem-regionalnogo-otdeleniya-edinoy-rossii/
Читайте нас: