Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ғинуар 2019, 17:29

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейын үткәрергә тәҡдим яһаны, юбиляр баш тартты

Был аҙнала республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты. Был хаҡта «Башинформ»ға Хәбиров янындағы сығанаҡ хәбәр итте һәм бер үк ваҡытта Рәхимов даирәһендәге икенсе сығанаҡ раҫланы.

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың яҡынлашып килгән 85 йәшлек юбилейын республика кимәлендә киң билдәләргә, ошо уңайҙан «Торатау» конгресс-холында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары менән ҙур юбилей концертын, «Башҡортостандың беренсе Президенты» фотокүргәҙмәһен ойошторорға тәҡдим итте.
Ләкин юбиляр ошондай хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт әйтеп, тантананан баш тартты. Башҡортостандың беренсе Президенты фекеренсә, хәҙер байрам ойоштороу өсөн уңай ваҡыт түгел, республикала тиҙ арала йыйылған проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Өҫтәүенә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Радий Хәбировҡа Сибай карьерында янғын эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә уңыштар теләне, ҡалала йәшәүселәр ҙә республика етәксеһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтер, һәм артабан бергәләп — власть һәм йәмғиәт — Урал аръяғында тәртип урынлаштырыр, экология, шулай уҡ бик күп элекке социаль проблемаларҙы хәл итер тигән ышаныс белдерҙе. Мортаза Рәхимов Хәбировтың ҡотлау открыткаһына һәм республика киң мәғлүмәт сараларында йылы ҡотлау һүҙҙәренә ихлас шат буласағын әйтеп үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында Мортаза Рәхимов менән тәүгә осрашмай. Уҙған йылдың 13 октябрендә Хәбиров менән Рәхимовтың осрашыуында республиканың яңы етәксеһе Рәхимов етәкселек иткән 1990-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән уңышлы төбәктәренең береһе булыуын билдәләне, шулай уҡ Мортаза Рәхимов халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәтселекте берләштереү өсөн үҙенең үҙенсәлекле тәжрибәһен файҙаланыр тигән ышаныс белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1266945-radiy-khabirov-predlozhil-otprazdnovat-85-letniy-yubiley-murtazy-rakhimova-no-yubilyar-otkazal/
Читайте нас: