Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Ғинуар 2019, 22:32

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттарын федераль власть менән эштә этәргес көс тип атаны

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән осрашыуҙа уларҙы «федераль дәүләт власы органдары менән эш итеүҙә беҙҙең ҡулдарыбыҙ, этәргес көсөбөҙ» тип атаны.

Парламентарийҙар менән осрашыу төбәккә милли проекттар һәм маҡсатлы программалар сиктәрендә бүленгән федераль аҡса йәлеп итеү эшенең яҡынса йомғаҡтарына арналды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йүнәлештә билдәле уңыштарға өлгәшелде.
«Республикаға федераль аҡса йәлеп итеү эшен системалы, сифатлыраҡ кимәлгә ҡуйырға теләйбеҙ. Парламентарийҙарҙың эшен уларҙың һәр береһе йәлеп иткән федераль аҡса күләменә ҡарап баһалайбыҙ. Һәр кемдән яҡшы һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ. Беҙгә депутат корпусының республика ғаризаларын яҡлау буйынса әүҙемерәк эшләүе кәрәк», — тип мөрәжәғәт итте депутаттарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Эштең иң мөһим өлөшө – республиканың милли проекттарҙы һәм федераль маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуын тәьмин итеү, тип билдәләнеләр хөкүмәттәге кәңәшмәлә.
«Әлеге ваҡытта федераль кимәлдә беҙ ҡатнаша алырлыҡ 30 программа эшләй. Былтыр Башҡортостан уларҙың бөтәһендә лә ҡатнашты. Улар буйынса федераль ҡаҙнанан фактик керем 65,7 миллиард һум тәшкил итте. 2017 йылға ҡарағанда был 1,8 миллиард һумға күберәк, — тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов. — Бүленгән федераль аҡсаны дөйөм үҙләштереү 65,6 миллиард һум тәшкил итте. Сағыштырмаса әйткәндә, 99,8 процент, был финанс дисциплинаһының юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй».
Федераль бюджеттан бүленгән аҡсаның дөйөм күләме буйынса Башҡортостан әле Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй.
«Ағымдағы йылда дөйөм бурысыбыҙ — ошо һанды кәмендә 70-75 миллиард һумға еткереү, — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Республикаға федераль аҡса килтерә алырҙай бер эш участкаһын, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы проекттар алһаҡ, бәхетле булыр, иртәнән кискә тиклем уның юлын тапар инек».
http://www.bashinform.ru/news/1267348-rukovoditel-bashkirii-nazval-deputatov-privodnymi-remnyami-v-rabote-s-federalnoy-vlastyu-/
Читайте нас: