«Әле тармаҡ етди үҙгәрештәр кисерә, тәрән реформалау этабын үтә. 1 июлдән торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы схемаһы эшләй башлай. Ул граждандар өсөн хәүефһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ булырға, кешеләрҙе торлаҡ һатып алғанда артыҡ хәүефтәрҙән яҡларға тейеш, шулай уҡ баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тотороҡло, профессиональ, цивилизациялы төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, — тине Владимир Путин. — Торлаҡ төҙөлөшөнөң норматив базаһы үҙгәрә. Регуляторика, ҡала төҙөлөшө нормалары һәм ҡағиҙәләре төҙөүселәр өсөн уңайлы һәм асыҡ булыуҙан тыш, һөҙөмтәле эшләргә, тәү сиратта халыҡтың уңайлы йәшәү, ҡала мөхите сифаты талаптарына тап килергә тейеш. Шул иҫәптән беҙ Ҡала биләмәләрен үҫтереү стандартын индерәбеҙ. Әлбиттә, беҙгә төҙөлөш секторында юғарыраҡ динамика, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләменең артыуы кәрәк».