Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Февраль 2019, 15:03

Салауат ҡалаһы хакимиәтен Өфөнөң Киров районының элекке башлығы Динар Хәлилов етәкләй

Ҡала округы советы депутаттары 2011 йылдың мартынан ҡала башлығы вазифаһын биләгән Фәрит Ғилмановтың отставкаһын ҡабул итте, тип белдерҙеләр урындағы хакимиәттә. Ул Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде.

Салауат хакимиәте башлығы вазифаһын Динар Хәлилов башҡара. Вазифа биләүгә конкурс иғлан ителгән, конкурс комиссияһы ултырышы 1 мартта була.


Белешмә. Динар Хәлилов 1971 йылдың 19 апрелендә Салауат ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1995 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтенең баш белгесе булып башлай. 1997-2003 йылдарҙа Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре идаралығы етәксеһе, һуңынан мэрияның гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. 2003 йылдан Дим районы башлығының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 2008 йылда — Өфө хакимиәтенең халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы начальнигы, 2011 йылда баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.

Читайте нас: