Ашҡаҙар
-23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Февраль 2019, 13:05

Радий Хәбиров — губернаторҙарҙың ғинуар рейтингында 5-се урында

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, «Медиалогия» мәғлүмәттәре буйынса, губернаторҙарҙың ғинуар рейтингында Мәскәү мэры Сергей Собяниндан, Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловтан, Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийҙан, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьевтан һуң бишенсе баҫҡысты биләне.

Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре рейтингында Радий Хәбиров беренсе урында. Икенселә — Түбәнге Новгород губернаторы Глеб Никитин, өсөнсөлә — Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов.
Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе Рәсәйҙең социаль селтәрҙә иң әүҙем 10 губернаторы иҫәбенә инде. Ил субъекттарының популяр Instagram, Facebook, «Бәйләнештә», Twitter һәм «Одноклассники» социаль селтәрендәге аккаунттарын «Чёрный куб» социаль инновациялар үҙәге тикшерҙе.
Рәсәй социаль селтәрҙәрендә иң популяр төбәк етәксеһе — Мәскәү мэры Сергей Собянин, шулай уҡ республика башлыҡтары: Рамзан Ҡадиров (Чечен Республикаһы), Рөстәм Миңлеханов (Татарстан). Рейтингтың дүртенсе баҫҡысын Радий Хәбиров биләне.
Тикшереү йомғаҡтарына ярашлы, 69 етәксенең социаль селтәрҙәрҙә бер генә сәхифәһе бар, 16 губернаторҙың — Санкт-Петербург, Мари Иле һәм Мордовия республикалары, Камчатка, Байкал аръяғы һәм Красноярск крайҙары, Волгоград, Тула, Тверь, Кострома, Воронеж, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Омск, Сахалин һәм Йәһүд автономиялы өлкәләре башлыҡтарының аккаунттары юҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1273579-radiy-khabirov-na-5-meste-yanvarskogo-reytinga-gubernatorov-medialogii/
Читайте нас в