2024 йылға тиклем төбәк проекттарын финанслауҙың дөйөм күләме 180 миллиард һум самаһы тәшкил итер тип күҙаллана. Шуның яҡынса 46 миллиарды — бюджеттан тыш аҡса.
«Барлыҡ 15 милли проекттың һәм 46 федераль проекттың раҫланған паспорттары республикаға еткерелгән. Тейешле әҙерлек эше ваҡытында тамамланған. 55 төбәк проекты сиктәрендә стратегик бурыстарҙы хәл итергә ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығындағы хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Быйыл федераль бюджеттан 15 миллиард һумдан ашыу керем көтөлә. Был — ағымдағы йылда төбәк проекттарын бойомға ашырыу өсөн ҡаралған аҡсаның дөйөм күләменән 44 процент.
«Дөйөм алғанда, федераль проекттарҙа билдәләнгән маҡсатлы ориентирҙарға өлгәшеү, һөҙөмтәләрҙе тәьмин итеү буйынса проблемалар һәм хәүефтәр күрмәйбеҙ. Алда — етди эш, бында беҙгә төбәктең федераль үҙәк менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүенә ирешеү мөһим. Маҡсат ҡуйылған — уны бергәләп хәл итербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1275170-na-realizatsiyu-regionalnykh-proektov-bashkiriya-poluchit-180-mlrd-rubley/