Ашҡаҙар
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Февраль 2019, 15:20

Дүртөйлө районы башлығы Ринат Хәйруллин отставкаға китте

Дүртөйлө районы советы депутаттары хакимиәт башлығы Ринат Хәйруллиндың пенсияға сығыуға бәйле отставкаһын ҡабул итте. Ул 2010 йылдан алып ошо райондың етәксеһе булып эшләне.
Вазифа биләүгә конкурс иғлан ителгән.
«Башинформ» агентлығына Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Риф Йосопов район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән. 2003-2017 йылдарҙа ул Башҡортостандың Саҡмағош районы хакимиәте башлығы булып эшләгән.
Риф Йосопов 1964 йылдың 4 авгусында республиканың Саҡмағош районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, ғилми хеҙмәттәре, монографиялары бар.
http://www.bashinform.ru/news/1275783-glava-dyurtyulinskogo-rayona-bashkirii-rinat-khayrullin-ushel-v-otstavku/
Читайте нас: