Ашҡаҙар
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2019, 14:06

Ратмир Мәүлиев — Нефтекама хакимиәте етәксеһе

Ратмир Мәүлиев Нефтекама хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ҡаланың элекке башлығы Рәшит Дәүләтов үҙ теләге менән отставкаға китте.

Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекамала тыуған. «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. «МИРБИС» Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә «Коммерция эшмәкәрлегендә менеджмент» программаһы буйынса профессиональ әҙерлек үткән. 2015 йылда Ютазы башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән. Шунан һуң Татарстандың Әлмәт районы башлығының инвестиция үҫеше буйынса кәңәшсеһе булып эшләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1285847-administratsiyu-neftekamska-vozglavil-ratmir-mavliev/
Читайте нас в