Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Март 2019, 13:46

Рәсәйҙә һыуыҡта балаларҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйған закон ҡабул итәләр

Рәсәйҙә һыуыҡта балаларҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйған закон ҡабул итәләр.

Был башланғыс менән «Берҙәм Рәсәй» депутаттары сығыш яһаны. Транспорт министрлығы әҙерләгән закон проекты хөкүмәттә ҡарала. Һалҡын көндә 16 йәшкә тиклемге билетһыҙ балаларҙы транспорттан ҡыуып сығарырға ярамай, өҫтәүенә уның ата-әсәһе административ штраф түләргә тейеш.
Бындай ҡағиҙә ун ике төбәктә эшләй. Улар — Санкт-Петербург, Новосибирск, Һамар, Калуга, Түбәнге Новгород, Һарытау, Волгоград, Төмән өлкәләре, Чечня, Тыва, Чукотка, Байкал аръяғы крайы.
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хәбәр итеүенсә, төбәктә ошондай осраҡтарға юл ҡуймау өсөн ташыусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Мәғариф министрлығына, Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитетына, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына рәсми хаттар ебәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1287962-v-rossii-primut-zakon-zapreshchayushchiy-vysazhivat-detey-na-moroz-iz-obshchestvennogo-transporta/
Читайте нас: