Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Март 2019, 01:04

Башҡортостанда Беларусь Республикаһы делегаттарының эш сәфәре дауам итә

Башҡортостанда Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Семашко етәкселегендәге делегацияның эш сәфәре дауам итә. Ҡунаҡтар Иглин ҡасабаһында Белорус техникаһы ярҙамында башҡарылған эштәр менән танышып, артабан ауыл хужалығы министрлығына юлланды.

Көс, сифат, ҡеүәт... Киң билдәле "Белорус" тракторҙары ошо сифаттары менән ҡулланыусылар ышанысын яулай. Иглин районындағы марганец етештереү карьерын эшкәртеүсе ойошма етәкселеге лә тап ошо тракторҙарға өҫтөнлөк бирә.


Игорь Беликов, "Башминеральресурс" ойошмаһы директоры: “Был техника ябайлығы менән уңайлы, ул беҙҙең Рәсәй танктарын хәтерләтә. Макшиналарҙы ялан шарттарында ремонтлап була. Әммә һәр нәмәнең үҙ мөмкинлектәре. Техниканың запас частәре ҡиммәт һәм улар Белорусия заводтарында ғына йыйыла”.

Феликс Зөбәйҙуллин, "Башминеральресурс" ойошмаһы директоры урынбаҫары: “Беҙ артабан да уларҙың техникаһы менән эшләргә әҙер, сөнки ҡатмарлы шарттарҙа сифатлы машиналарға таянып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була”.


Беларуссия делегацияһы Балтика ауылындағы милли музей экспонаттары һәм китапхана эшмәкәрлеге менән дә танышты. Махсус ҡунаҡтар өсөн ойошторолған мәҙәни саранан һуң, делегация Өфөгә ауыл хужалығы министрылығына юлланды. Ведомстволағы рәсми осрашыуҙа ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсаттары билдәләнде.


Ирек Сураҡов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары: “Бер нисә яҡлы һөйләшеү алып барылды. Малсылыҡ, һөт фермаһын төҙөү, ағас эшкәртеү тармағы тураһында. Белоруссия менән Башҡортостан һәр ваҡыт тығыҙ иҡтисади бәйләнештә”.


Белоруссия вәкиле Башҡортостан хеҙмәттәшлек өсөн ҡыҙыҡлы һәм ышаныслы төбәк тип белдерҙе. Оҙаҡ йылдар дауамында Минск ҡалаһына Өфөнән күпләп нефть продукттары, зәңгәр яғыулыҡ оҙатыла. Осрашыу барышында башҡа иҡтисади йүнәлештәрҙе киңәйтеүгә иғтибар бүленде.


Владимир Семашко, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: “Беҙ һөтсөлөк фермаһы төҙөлөшө проектын тәҡдим итә алабыҙ. Малдарҙы аҫрау, ашатыу, һыйырҙарҙы һауыу урындарын әҙерләп, ферманы Белоруссия ҡоролмалары менән йыһазландырабыҙ. Ҙур комплекста һөтсөлөк һәм малсылыҡ өлкәһен үҫтереү өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы булдырабыҙ”.


Башҡортостанды 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотларға килгән Белоруссия делегацияһының эш сәфәре төбәктә ике көнгә иҫәпләнгән. Ҡунаҡтар фекеренсә, байрам саралары, аралашыу ике республика араһындағы оҙайлы хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытасаҡ.
Читайте нас: