Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Март 2019, 13:49

Республика Хөкүмәтендә — кадрҙар үҙгәреше

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙған аҙналағы яңы кадрҙар үҙгәреше хаҡында белдерҙе.

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы вазифаһына Риф Йосопов тәғәйенләнде.
Руслан Ғиләжетдинов Учалы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһын Константин Шаһиморатов етәкләй.
«Шулай уҡ республика прокуроры вазифаһына Камил Кашаевтың кандидатураһы хупланды», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1288837-v-pravitelstve-bashkirii-proizoshli-novye-kadrovye-izmeneniya/
Читайте нас: