Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Апрель 2019, 14:37

Әнүәр Абдрафиҡов — Стәрлетамаҡ районы етәксеһе

Әнүәр Абдрафиҡов Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте. Муниципалитеттың элекке башлығы Рөстәм Баһауетдинов үҙ теләге менән отставкаға китте.

Абдрафиҡов Әнүәр Рәүил улы 1954 йылдың 12 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (1972-1975 йылдар) һәм Свердловскиҙа Урал социаль-сәйәси инситутын тамамлаған. 1975-1981 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, 1981-1987 йылдарҙа «Рощинский» совхозының партия комитеты секретары булып эшләй. 1987 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп күсерелә. 1989 йылдан — «Рощинский» совхозы директоры.
Әнүәр Абдрафиҡов «Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнгән, «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәре бар. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты.
http://www.bashinform.ru/news/1294358-anvar-abdrafikov-vozglavil-sterlitamakskiy-rayon/
Читайте нас: