«Беҙҙә бөгөн тарихи көн! Беренсе тапҡыр парламента башҡортса сығыш яһанылар!» - тине Толкачев.
9апрелдә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ваҡытлыса Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылғы эше тураһында отчет менән сығыш яһаны. Отчетҡа комметария биреп, депутат Әлфәрис Байсурин башҡорт телендә сығыш яһаны һәм башҡа парламентарийҙарға синхрон аудиотәржемәсене файҙаланырға тәҡдим итте.
«Беҙҙең халыҡ әйтмешләй, «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй!» тине ул. Беҙ һеҙҙең менән бына шулай эшләйәсәкбеҙ яҡын йылдарҙа. Юғары мәсьәләләргә ҡыйыу тотоноп, бергәләп уларҙы хәл итәсәкбеҙ!» - тине республика етәксеһе.