Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель 2019, 17:46

Владимир Путин Земфира Латипованы Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләне

Рәсәй Президенты Вдадимир Путин үҙенең указы менән Земфира Латипованы Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләне. Документта «судья вазифаһын башҡарыуҙың сикке йәшенә еткәнсе» тигән билдәләмә яҙылған.

Земфира Латипова суд системаһында 1982 йылдан алып эшләй. 1988 йылдан — Башҡортостандың Юғары суды судьяһы. 2009 йылда Башҡортостандың Юғары суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, енәйәти суд эштәрен башҡарыу өсөн яуап бирә. 2018 йылдың сентябренән, Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе Михаил Тарасенконың икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, ваҡытлыса уның вазифаһын башҡара.
http://www.bashinform.ru/news/1298493-vladimir-putin-naznachil-predsedatelem-verkhovnogo-suda-bashkirii-zemfiru-latypovu/
Читайте нас: