Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Май 2019, 12:11

Башҡортостанда район хакимиәттәрендә яңы вазифа булдырыла

1 июлдән Башҡортостандың район хакимиәттәрендә «хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары» тигән яңы вазифа индерелә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә «Минең бизнесым» үҙәге менән таныштырыу сараһында ошо турала белдерҙе.
«Барлыҡ 63 муниципалитетта эшҡыуарлыҡ проблемаларын аңлаған һәм хакимиәттәрҙә тейешле ҡарарҙарҙы раҫларға һәләтле кеше була», — тип билдәләне Радий Хәбиров, килгән бизнесмендарға мөрәжәғәт итеп.
Бынан тыш, ике айға бер тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәтендә бизнесҡа ҡарата контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса федераль органдарҙың территориаль структуралары етәкселәре менән берлектә кәңәшмәләр уҙғарыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1312214-v-bashkirii-v-administratsiyakh-rayonov-vvedut-novuyu-dolzhnost/
Читайте нас в