Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Май 2019, 12:48

Башҡортостан һәм Молдавия бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы

29 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Молдавия президенты Игорь Додон менән осрашты. Ике республика лидерҙары сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
«Һеҙҙең сәфәрегеҙ Башҡортостан һәм Молдова Республикаһы араһындағы сауҙа мөнәсәбәттәре үҫешендә яңы бит асыуы мөмкин тип иҫәпләйем, — тине Радий Хәбиров. — Сәфәр барышында һеҙҙең менән ошондай ҡарар ҡабул итһәк, килешеү төҙөргә әҙербеҙ. Һеҙгә бизнес-миссия менән килергә әҙербеҙ, бергәләп ныҡышмалыраҡ эшләй башлау өсөн мин уны ҙур теләк менән етәкләр инем».
Молдова Республикаһы етәксеһе уның менән бергә Өфөгә килешеүгә ҡул ҡуйыу башланғысы менән дүрт төбәк вәкилдәренең килеүен билдәләне.
«Мин республикаларыбыҙ араһындағы сауҙа күләмен ҡараным. Ул ныҡ түбән. Ҡеүәт бик ҙур тип ышанам. Ошо килешеүҙәргә ҡул ҡуйғандан һуң беҙҙең үҙ-ара бәйләнеш кимәлен күтәреү мөмкин булыр тигән өмөттәмен. Беҙгә сауҙаны кәмендә биш-алты тапҡырға арттырырға кәрәк», — тине Игорь Додон.
Молдавия лидеры Радий Хәбировты делегация менән көҙ көнө дәүләт ойошторған инвестиция форумына ла саҡырҙы.
«Беҙ мотлаҡ ҡатнашырбыҙ, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — Бөгөнгө осрашыуҙа өс биләмә менән килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Улар иҫәбендә – Ғағаузия менән беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы килешеү, сөнки унда ла төрки телле халыҡтар йәшәй, беҙҙең этник тамырҙарыбыҙ уртаҡ. Был да артабанғы үҫешкә булышлыҡ итер тип уйлайым».
Шуның билдәләп үтәйек: кисә Молдова Республикаһы башлығы Игорь Додон Рәсәй президенты Владимир Путин менән дә осрашты. Дәүләт башлыҡтары Юғары Евразия иҡтисади советы ултырышы тамамланғас әңгәмә ҡорҙо. Молдавия лидеры унда ЕАЭС ҡарамағындағы күҙәтеүсе сифатында ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1313814-v-ufe-radiy-khabirov-i-prezident-moldavii-igor-dodon-podpisali-neskolko-soglasheniy/
Читайте нас: