Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Июнь 2019, 10:43

Владимир Путин "Социаль навигатор" проектын хупланы

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан дәүләт етәксеһе Владимир Путин Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Анна Кузнецова менән осрашты.

Балалар омбудсмены ил башлығына Рәсәйҙә йәш быуынды хәстәрләүгә бәйле эштәр тураһында йыллыҡ доклад яһаны. Кузнецованың һүҙҙәренсә, ул бәлиғ булмағандарҙан күберәк хәбәр ала башлаған, күрһәткес 14,5 процентҡа артҡан.
“Бер яҡтан, балаларҙың беҙгә ышаныуын күрһәтә был, – тине Тулы хоҡуҡлы вәкил. – Ләкин, һис һүҙһеҙ, был – кире күренеш. Йәш быуын араһында проблемалы, үҙ хәлен һөйләрлек өлкән кеше таба алмағандар арта”.
Анна Кузнецова ун пилот төбәккә “Социаль навигатор” проектын индерергә тәҡдим итте.
“Ул һеҙҙең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәгеҙҙә әйтелгән бурыстарҙы – кешегә социаль ярҙам сараларын яҡынайтыу маҡсатын – маҡсатын тормошҡа ашырырға, бюрократик кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итәсәк”, – тине балалар омбудсмены.
Владимир Путин башланғысты ҡеүәтләне.
Читайте нас: