"Берҙәм Рәсәй"ҙән Радий Хәбиров кандидатураһы тәҡдим ителде. КПРФ -тан Юнир Ҡотлоғужин һайлауҙа ҡатнашыуға документтарын тапшыра. "Ғәҙел Рәсәй" ҙә кандидат һайланы. Фирҡә депутаттары Юрий Игнатьев өсөн тауыш бирҙе. Республика башлығы 8 сентябрҙә һайлана.