Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июнь 2019, 20:01

Ҡадиров — Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат

Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы бер кандидат барлыҡҡа килде. 16 июндә «Рәсәй патриоттары»ның төбәк бүлексәһе конференцияһында партия ағзалары Рәфис Ҡадировты күрһәтте.

«Миңә бер нисә партия ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте, мин «Рәсәй патриоттары»н һайланым», — тине Рәфис Ҡадиров «Эхо Москвы» эфирында.
Республикала Рәфис Ҡадиров «Восток» банкы, «Восток» чек инвестиция фондының элекке етәксеһе, Башҡортостандың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм 1991 йылда республика президентына кандидат булараҡ билдәле.
Шулай уҡ Ҡадиров 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан башлығы вазифаһына ете кеше дәғүә итә: «Берҙәм Рәсәй»ҙән — Радий Хәбиров, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы»нан — Владимир Кобзев, КПРФ-тан — Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан — Иван Сухарев, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — Юрий Игнатьев, «Яблоко» партияһынан — Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан — Рәфис Ҡадиров.
Читайте нас: