Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Июнь 2019, 10:13

Иҡтисадты яңы рельстарға ҡуясаҡбыҙ!

Владимир Путин халыҡ менән аралашты. Үткән һанда хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй П р е з и д е н т ы Владимир Путин4 сәғәт 8 минут дауам иткән «Тура бәйләнеш» тапшырыуында рәсәйҙәрҙең 81 һорауына яуап биреп өлгөрҙө.Быйыл тапшырыуға 2 миллион мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Тура бәйләнеш Мәскәүҙең Ҡунаҡхана һарайында үтте. Ил етәксеһеменән «Тура бәйләнеш» тапшырыуы ун етенсе тапҡыр үткәрелде.

Рәсәй Президенты тура эфирҙы милли проекттар тураһында һөйләүҙән башланы. Ул өҫтөнлөклө проекттарҙың әһәмиәте, уларҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре, көтөлгән өмөттәр тураһында телгә алды. Милли проекттар тормошто яҡшыртыу, халыҡ йәшәйешен күтәреү өсөн булдырыла ла инде. Халыҡты эш хаҡының күләме лә ныҡ борсой. Тура эфирҙағы тәүге һорауҙарҙың береһе лә шуға бәйле булды. Ил етәксеһе МРОТ кимәле тураһында әйтеп үтте. Хеҙмәт кешеһенә
ошо күләмдән әҙерәк эш хаҡы түләргә тейеш түгелдәр. Әле ил буйынса МРОТ – 11 280 һум. Һорау биреүселәр араһында килем төшөүен, йәшәүе ауыр була барыуын һөйләүселәр күп ине. Путин шуға ла ошо проблеманы алдараҡ күтәрергә
булды. Ауыр мәлдәр булды, тине ул. Шулай уҡ «Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш көсәйәсәк, уның буйынса бөтә енәйәт эштәре
аҙағына еткереләсәк», – тигән өмөт ҡалды халыҡта. Сөнки был хаҡта Рәсәй Президенты: «Мин был тәртипһеҙлекте бөтөрөү өсөн ҙур яуаплылыҡ тоям. Әгәр беҙ енәйәтселек менән көрәшәбеҙ икән, уны аҙағына тиклем еткерергә, асыҡ рәүештә
алып барырға тейешбеҙ, – тине. Ил етәксеһе ришүәтселеккә ҡаршы көрәш компромисһыҙ барасағын белдерҙе. «Рәсәйҙә коррупцияға бәйле енәйәттәр кәмей. Бының сәбәбе – эҙмә-эҙлекле эшләүҙә, ике арала килешеүгә юл ҡуймауҙа.
Артабан да шулай буласаҡ», – тине ил лидеры. «Тура бәйләнеш»тең төп цитаталарының береһе: «Беҙҙең һуңғы маҡсатыбыҙ – иҡтисадты яңы рельстарға ҡуйыу». Ил башлығының был фекере ил иҡтисадын күтәреүгә, бейек үрҙәр яулауға яңы өмөттәр өҫтәй. Әйткәндәй, Владимир Владимировичтың халыҡ менән аралашыуынан һуң ил буйынса төрлө фекерҙәр ҙә яңғыраны. Улар араһында ҙур вазифа биләгән етәкселәрҙең әйткәндәре лә, ябай халыҡтың фекере лә ишетелде. Әлбиттә, “инде ҡасан матур тормош башлана” тип, дәғүә белдереүселәр ҙә бар, етәкселәр аҡса юҡлыҡҡа һылтанып аҡланһа, халыҡ ҡайһы бер төбәктәрҙәурындағы властың улар тормошона битарафлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иң мөһиме, кешеләрҙә өмөт барлыҡҡа килде. “Тура бәйләнеш”тән күренеүенсә, етешһеҙлектәр өсөн яуаплылар үҙ язаһын аласаҡ, халыҡтың социаль хәлен
яҡшыртыуҙа етди алымдар ҡулланыласаҡ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: