Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Июль 2019, 10:00

Владимир Путин: "Үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим"

Владимир Путин: "Үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим"Рәсәй етәксеһе Италия премьер-министры менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында АҠШ һәм Ҡытай араһындағы сауҙа алышының барлыҡ донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын белдерҙе.

Был ике дәүләт үҙ-ара килешмәүсәнлекте яйға һалмаһа, бар донъя зыян күрәсәк.
“Эҙемтәһе барыбыҙ өсөн дә насар буласаҡ. Шуның өсөн дә үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим, сәйәси нигеҙҙәге сикләүҙәр, санкциялар, тарифтарҙы бер яҡлы тәртиптә индереү туҡтатылырға тейеш”, – тине Владимир Путин.
Рәсәй лидеры шулай уҡ АҠШ менән КХР араһындағы сауҙа алышы дауам итһә, донъя сауҙаһының 2024 йылға 17 процентҡа кәмейәсәген белдерҙе.
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
#ВладимирПутин
Читайте нас: