Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Август 2019, 19:09

Ҡағыҙ паспорттар бөтөрөлә

Рәсәйҙә 2022 йылдан ҡағыҙ паспорттар биреү туҡтатыласаҡ. Уларҙы чип беркетелгән пластик карточкалар һәм мобиль ҡушымта алмаштырасаҡ. Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Максим Акимов хәбәр иткән.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡына электрон паспорттар биреү буйынса пилотлы проектты тормошҡа ашырыу Мәскәүҙә 2020 йылда старт аласаҡ. Тағы ике йылдан электрон документтар традицион ҡағыҙ паспорттарҙы дөйөм илдә бөтөнләйгә алмаштырасаҡ.
Электрон паспорт тик Рәсәй компоненттарынан ғына торасаҡ һәм үҙебеҙҙең ил программаһы буйын-са эшләйәсәк. Рәсәйҙә эшләнгән криптографик алгоритмдар фай-ҙаланыласаҡ. “Был осраҡта ҡағыҙ паспорттар менән эшләүгә ҡарағанда күпкә хәүефһеҙерәк буласаҡ. Электрон паспортты юғалтҡан осраҡта, уны бер нисә секунд эсендә ябырға була”, – тип һөйләй Максим Акимов.
Электрон паспорт-карточка 10 йыл дауамында көсөндә буласаҡ, ә инде ғәмәлдәге ҡағыҙ паспорттарҙы электрон карточкаға алмаш-тырырғамы-юҡмы – хужаһының теләге буйынса эшләнәсәк. Карточкаға өҫтәп электрон паспорттың ҡушымтаһы сығарыласаҡ.
“Йәғни хатта ошо еңел генә документты ла үҙең менән йөрөтөргә кәрәкмәй, ҡушымтаны күрһәтеү ҙә етә”, – тип аңлата Акимов.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: