Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Сентябрь 2019, 21:01

Генджехан Тунай — Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле

Генджехан Тунай — Башҡортостандың Төркиәләге вәкилеБөгөн, 27 сентябрҙә, Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең V бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Руслан Мирсаяпов уның менән йәмәғәт башланғысында Башҡортостан вәкиле булараҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Генджехан Тунай — «Глобал» компанияһының генераль директоры. Ул Халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты мәнфәғәттәрен яҡларға, башҡарма власть органдары араһындағы килешеүҙәрҙең үтәлешенә, Төркиә баҙарында Башҡортостан тауар етештереүселәренең продукцияһын алға этәреүҙә, Төркиәлә Башҡортостандың бизнес-миссия, конгресс-күргәҙмә һәм башҡа сараларын ойоштороуҙа ярҙам итергә тейеш.
Читайте нас: