Алдан әйтеп китеүебеҙсә, һорауҙар бик күп булды. Медицина, пенсиялар, социаль яҡлау, эш хаҡтары, эске һәм тышҡы сәйәсәт, илдең иҡтисады, интернет, айырым төбәктәр, айырым ҡалалар, айырым кешеләр яҙмыштары, шәхси һорауҙар. Эйе, Владимир Путинға һәр ваҡыттағыса бирелгән һорауҙар төрлө. Ул һәр береһенә яуап бирҙе.
Мәҫәлән, ул, илдә башҡаса пенсия реформаһы көтөлмәй, тине.
– Властарҙың был йәһәттән пландары юҡ. Бөтә кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителгән һәм закон менән нығытылған, Кремлдә лә, Хөкүмәттә лә яңы бер нәмә лә ҡаралмай. Финанс министрлығының был өлкәләге пландары ни бары пенсияның тупланма өлөшөнә генә бәйле, – ти ул.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандан “Башинформ” мәғ-лүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин да Владимир Путинға һорау биреүгә өлгәште. Уның һорауы эскелеккә ҡаршы көрәшкә бәйле ине. Азат һорау биреп кенә ҡалманы, ә был йәһәттән республикала башҡарыл-ған эштәр тураһында һөйләне. Әлбиттә, быйыл да, үткән йыл да, унан алдағыһында ла Рәсәйҙә был проблема сетерекле булып ҡала. Ил етәксеһе яҡташыбыҙҙың һорауына Рәсәйҙә лә барларлыҡ һөҙөмтәләр барлығын әйтте һәм һандар телендә миҫал да килтерҙе.
– Алкоголгә ҡаршы кампаниялар һуңғы йылдарҙа күп үткәрелә. Германиялағыға ҡарағанда, беҙҙә алкоголде аҙыраҡ ҡулланалар икән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғо артыуы сәләмәт йәшәү рәүеше менән бәйле. Административ саралар күреү зыян түгел, әммә “полиция алымдары”н ҡулланмай, һағыраҡ эш итеү мөһим, – тине Владимир Путин.
Эйе, һорауҙар даирәһен бер һирпеп ҡарап ҡына байҡап сығыу мөмкин түгел, шәхси һорау ҙа, сәйәсәт тә булды. Әммә шуныһы мөһим: илдәге, ғөмүмән, донъялағы тормош, тыныслыҡ, үҫеш үҙебеҙҙән тора бит, бер-беребеҙгә мөнәсәбәттән – был хаҡта ла ишараланы ил башлығы.
Журналистар Владимир Владимировичтан вазифаһы хаҡындағы фекерҙәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Путин билдәләүенсә, уның өсөн Президент булған осорондағы иң ауыр мәлдәр Бесландағы һәм Мәскәүҙә Дубровкалағы театр үҙәгендәге теракттар булған. “Мин ул трагедияларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡмын”, – тине ул.
Ә уның вазифала булған осорондағы иң мөһим һөҙөмтәне Владимир Владимирович тотороҡлолоҡ тип билдәләне. “Беҙҙә эске тотороҡлолоҡ барлыҡҡа килде, илебеҙ артабан да үҫешәсәк тигән ышаныс тыуҙы. Был, моғайын, иң мөһимелер. Иҡтисад төптө үҙгәрҙе”, – тип билдәләне Президент. Әлбиттә, бында уның вазифаһына ҡағылышлы мәлгә осраҡлы ғына туҡталып китмәнек, сөнки ҙур илде етәкләү еңелдән түгел, ә уңышҡа етер өсөн берҙәмлек кәрәк, һәммәбеҙ уға таяныс булғанда ғына алға китергә мөмкиндер.
– Рәсәйҙә йәшәгән һәр кеше уны (илде) тыуған йорто итеп тойорға тейеш! – тип тамамланы һүҙен Владимир Путин.